Башҡорт дәүләт медицина университеты халыҡ-ара үҙәккә әйләнде

Башҡорт дәүләт медицина университеты халыҡ-ара үҙәккә әйләнде 03.12.2016

Уҡыу  йортонда бөгөн телдәр фестивале үтте. Байрамдың тап ошо уҡыу йортонда үтеүе осраҡлы түгел,  Башҡорт дәүләт медицина университетында сит илдәрҙән йәштәр күпләп уҡый. Телдәр фестивале Юнеско ойошмаһы менән берлектә  әҙерләнгән.  

Башҡорт халыҡының милли  аш-һыуҙарын әҙерләү еңел түгел,   студент ҡыҙҙарға оҙаҡ ҡына интернет селтәрендә соҡонорға ла,  туғандарынан ярҙам һорарға ла тура килгән. Бауырһаҡ менән сәк-сәк килеп сыҡмай ыҙалатты, ти улар. Ә бына йыуаса бешереү еңелерәк икән. Ошондау  уҡ улар рус халҡының ризыҡтарын да ҡуйған.
Ә бына  Бөйөк Британия менән Германия  кешеләре  артыҡ бешеренергә яратмай , улар  күберәк ҡамыр ризыҡтарына ҡушып ҡәһүә йәки сәй эсә. Шуға был ике  экспозицияла   күберәк брауни, штруделдәр урын алған.
Уның ҡарауы шотландтар итһеҙ бер көн дә тора алмай, уларҙың бар аш-һыуына ла ит йәки йомортҡа ҡушылған.  Был дәүләт халҡы майлы,  туҡлыҡлы ризыҡҡа өҫтөнлөк бирә.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, студенттарға башҡа халыҡтарҙың  милли  ризыҡтарын әҙерләү еңел бирелмәгән. Йәштәргә күп кенә рецепт китаптарын аҡтарырға тура килгән, бер юлы уларҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын да өйрәнгәндәр.
Байрам артабан тамаша залында дауам итте. Сәхнә төрлө милләтттәрҙең йыр-бейеүҙәренән яңғырап торҙо.  Талғын башҡорт, ҡаҙаҡ бейеүҙәрен, дәртле  көнсығыш, испан, ирланд бейеүҙәре алмаштырҙы, инглиз,  немец телендәге йырҙар яңғыраны. Һиндостан йәштәренең бала саҡтант таныш йыр-бейеүҙәре лә бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Концерт программаһын Өфөләге  юғары уҡыу йорттары берлектә әҙерләгән.  Ойоштороусылар тап ошондай саралар милләт-ара татыулыҡты нығыта, башҡа  халыҡтарҙың теленә, мәҙәниәтенә һөйөү, ихтирам тәрбиәләй тигән фекерҙә. Ә буласаҡ юғары белемле белгестәр өсөн был бик мөһим,  уларҙың фекерләү даирәһе киң булырға тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика