Баш ҡаланың күргәҙмәләр һәм экспозициялар үҙәгендә «Өфө-Ладъя. Арт. Һөнәрселек. Сувенирҙар» фестивале старт алды

Баш ҡаланың күргәҙмәләр һәм экспозициялар үҙәгендә «Өфө-Ладъя. Арт. Һөнәрселек. Сувенирҙар» фестивале старт алды 29.03.2017

Дүртенсе тапҡыр ойошторолған фестваль-күргәҙмә  150-нән ашыу ҡатнашыусыны - Рәсәй төбәктәренән  һәм яҡын сит илдәрҙән һөнәрселәрҙе тупланы.

Башҡорт ҡатын ҡыҙы нәзәкәтле һәм заманса булырға тейеш ,ти бөгөнгө сарала тәүгә ҡатнашыусы модельер Сәймә Хәсәнова. Эльвира Ишморатова менән берлектә әҙерләгән проектта ике тиҫтәгә яҡын гүзәл зат.
Ысынлап та, күргәҙмә - һөнәрселәрҙең зауығын бар матурлығында асырға ярҙам итте. Халыҡ-ара подиумдарҙа ла үҙ көсөн һанап ҡараған журналист Ләйлә Аралбаева  көндәлек, рәсми һәм эшлекле  кейемдәргә лә  милли нағыштар индереүҙе хуплай
Күргәҙмә-фестиваль балалар һәм үҫмерҙәр араһында ла һөнәрселекте популярлаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Өфөнөң Комаров исемендәге пионерҙар һарайы ағас эшкәртеүселәр түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр янынан кеше өҙөлмәй. Ағастан төрлө һындар эшләүселәрҙең  ҡулына күҙ эйәрмәй. Нисек кенә булмаһын  Башҡортостанда эске һәм тышҡы туризмды үҫтереүҙә үҫеп килеүсе йәштәрҙең дә өлөшө ҙур буласаҡ бит. Лос-Анджелестан Башҡортостанға ҡунаҡҡа ҡайтҡан Айгөл Ғимранова-Леон да эшлекле бәйләнештәрҙе нығытырға ниәтләй. Өфөләге күргәҙмә-фестиваль уның ғаиләһе өсөн ҙур табыш.
«Селтәр» студияһында шөғөлләнеүселәрҙең ҡул эштәре башлыса мәрйендәр ярҙамында башҡарыла. Фольклорҙы һәм ауыҙ-тел ижадын яҡшы белеүсе ҡатын-ҡыҙҙар Өфөлә үтәсәк халыҡ-ара фольклориадала ла уңышлы сығыш яһарға өмөтләнә.
Халҡыбыҙ борон-борондан ҡул эшенә әүәҫ. Милли нағыштар, сағыу  биҙәктәр буйынса башҡорт сувенирҙарына етеүселәр юҡ.  Күргәҙмлә күтәрелгән Һөнәрселәрҙе хоҡуҡи яҡтан күтәреү һәм үҫтереү мәсьәләһе лә күптән өлгөрөп еткән.
Халыҡ  һөнәрселәр үткәргән оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Ювелир әйберҙәре  менән ҡыҙыҡһыныусылар Учалы оҫталарының  Урал таштарынан эшләнгән  биҙәнеү әйберҙәрен дә ҡараны.
Быуаттар буйына быуындан-быуынға күсә килгән барлыҡ кәсеп һәм һөнәрҙәр бер майҙанда күрһәтелеүе оло мәғәнәгә эйә. Бер-нисә  көн дауамында эшләйәсәк күргәҙмә-фестивалдә халыҡ төрлө сувенирҙар, ҡул эштәрен башҡарыу  ысулдары менән танышыуҙан тыш, уларҙы һатып та алыу мөмкинлегенә лә эйә.
Өфөлә үткән "Ладъя -арт.Һөнәрселек көргәҙмәһе өс көн дауамында эшләйәсәк.  Бөгөн милли кейем өлгөләре, ағас эшкәртеү, кейеҙ баҫыу, көмөш һуғыу, сувенир етештереүселәр үҙ оҫталығын күрһәтте. Бындай күргәҙмәләр Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә өс-дүрт тапҡырға ҙур өлөш индерәсәк, ти сараны ойоштороусылар.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика