Баш ҡаланың балалар уҡыу үҙәгендә 20-се быуат картиналары йәнләнгән 17.09.2016

Улар ҡасандыр ҡалын штукатурка артында ҡалған булған. Бар эштәр ҙә билдәле рәссам Владимир Батищевтыҡы, ул әлеге ваҡытта Мәскәүҙә йәшәй. Совет осоронда бер төркөм йәш рәссамдар республика балалар китапханаһы стеналарына һүрәт төшөргән. Беҙҙең көндәргәсә уларҙың тик береһе генә һаҡланған.

Билдәле рус классигының «Руслан һәм Людмила» поэмаһынан алынған был өҙөктө белмәгән кеше юҡтыр. Александр Пушкиндың үлмәҫ әҫәрен яттан белеү бер булһа, уның ижадындағы геройҙарға арналған һүрәттәрҙе күреү бөтөнләй икенсе. Хатта, поэма юлдары ла үҙенән-үҙе иҫкә килеп төшә, ти элекке республика китапханаһы, хәҙерге балалар уҡыу үҙәге директоры Ирина Ғиззәтуллина. Совет йылдарында стенаға ниндәй ҙә булһа һүрәт төшөрөү рөхсәттән тыш башҡарылмаған. Ул Мәҙәниәт министрлығы кимәлендә хәл ителгән. Тейешле рөхсәт алынғандан һуң, рәссамдар Владимир Батищев менән Евгений Филатов Пушкин әҫәрҙәренә таянып ҙур панно төшөрә.
Елена Ғиззәтуллина, республика балалар китапханаһының 1964-1995 йылдарҙағы директоры: «Был панноның үҙенсәлеге шунда, рәссамдар ҙур булмаған стенаға Пушкиндың бөтә әкиәт геройҙарын да һыйҙырып һынландырыуында. Мәҫәлән, 33 баһадир, алтын сәтләүек ярыусы тейен, аҡҡош батшабикәһе һәм башҡалар. Ҡыҙғанысҡа, әлеге быуын балалары быларҙың барыһында белеп еткермәй. Заман технологияһына бирелеү менән бергә китапҡа һөйөү булмау йоғонтоһо тәьҫир иткәндер тип уйлайым».
Рәссамдарҙың эштәре тик бының менән сикләнмәй. Балалар уҡыу үҙәгендә дүрт панно иҫәпләнә. Тик бөгөнгө көнгә тиклем уларҙың береһе генә һаҡланып ҡалған. Уның да инде төҫтәре уңып бөтөп бара. Төҙөкләндереү талап ителә. Ә ҡалған эштәр әллә нисәмә ҡат буяу, обойҙар артында. Йылдар үтеү менән ҡайһы берҙәре, хатта үҙен «белгертә лә» башлаған.
Рәссамдар эштәрендә махсус уңмай торған буяуҙар ҡулланған. Һүрәткә бер ниндәй зыян килтермәйенсә, һыулы сепрәк менән дә һөртөп алырға мөмкин булған заманында. Мәҫәлән, был стенаға төшөрөлгән композиция ла ваҡытында юйылған булған, күпме генә ремонт эштәре башҡарылмаһын ул шул килеш һаҡланған тип әйтергә мөмкин.
Был урында Башҡортостан тәбиғәтендә ҡурай уйнаусы үҫмер малай төшөрөлгән булған. Әле уның ҡайһы бер урындарын ғына күрергә мөмкин. Шулай уҡ, балалар уҡыу үҙәгендә Бажов әкиәте персонаждары ла, Дюманың «Өс мушкетер» һәм Гриндың «Ал елкәне»лә һүрәтләнгән. 2000 йылдар башында яңы етәкселек бинаға капиталь ремонт уҙғара. Реставрациялауға аҡса булмағанлыҡтан, һүрәттәр штукартурка артында ятып ҡала.
Совет йылдарында Владимир Батищев портрет, пейзаж, натюрморт жанрында эшләгән. Уның күп кенә хеҙмәттәре Рәсәй, Германия, Канада, Англия һәм Франция илдәре музейҙарында һаҡлана. Бөгөн ҡыл ҡәләм оҫтаһы Мәскәүҙә йәшәй. Ул үҙенең 70 йәшендә һынлы сәнғәт менән шөғөлләнмәй, өйөнән дә сыҡмай тиерлек.
Үҙенә күрә үҙенсәлекле ижади эштәр берҙән-бер данала һаҡланып ҡалған. Уларҙы тик иҫке фотоларҙан ғына күрергә мөмкин. Ул да булһа 80-се йылдар фотоальбомында ғына һаҡлана. Ижад өлгөләрен тергеҙеп була булыуын, әгәр рәссамдар теләк белдергән осраҡта ғына. Сөнки Владимир Батищевтың балалар уҡыу үҙәгендәге күләмле, берҙән-бер ижади эше һанала.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика