Баш ҡалала «Урал ауазы» яңғырай

Баш ҡалала «Урал ауазы» яңғырай 31.03.2016

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһында Халыҡ-ара оркестрҙар һәм халыҡ уйын ҡоралдары ансамблдәре конкурс-фестиваленең Гала-концерты уҙҙы.

Сәхнәлә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 800гә яҡын кеше сығышы яһаны. Барлығы 40-тан ашыу коллектив ҡатнашты. Республика башлығы Гранты ярҙамында уҙғарылған фестивалдә яңылыҡтар ҙа байтаҡ. Быйыл концертта балалар оркестрҙары  көс һынашты. Фестиваль һөҙөмтәләре буйынса беренселекте   Приморье крайының «Вишенка» ансамбле яуланы.
Сергей Ишутин, «Вишенка» ансамбле етәксеһе: «Беҙ Рәсәйҙең иң алыҫ төбәгенән килдек. Халыҡ-ара конкурс булғанға уның кимәле лә юғары. Шуға ла үҙебеҙҙең һөнәри оҫталыҡты күрһәтеү өсөн күп көс һалдыҡ. Беҙ рус халыҡ тынлы ҡоралдарында уйнайбыҙ. Ансамблдә 19 кеше ҡатнаша».
Конкурста Әзербайжан, Ҡазағстан кеүек төрки илдәр ансамблдәре лә сығыш яһаны. Һәр ижади коллектив сәхнәгә милли костюмдарҙа сыҡты. Фестивальдә тамашасылар киң билдәле булмаған музыка ҡоралдарын күрҙе, уларҙың үҙенсәлекле моңон ишетә алды.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика