Балаҡатайҙарҙың нәҫел тамыры 23.01.2016

Архив хеҙмәткәрҙәре  район ауылдарының тарихын өйрәнеп, өс томлыҡ китап сығарған. Был йыйынтыҡ урындағы халыҡҡа шәжәрәһен төҙөргә ярҙам итәсәк тип билдәләй белгестәр.

Илфат Ғәлләмов архивта һәр ваҡыт эҙләнеүҙәр өҫтөндә. Фатирындағы эш кабинетында ла ул шәхси китапханаһын төҙөй. Егерме йыл эсендә бында ете меңгә яҡын баҫма тупланған. Кәштәләрҙә рус һәм донъя классиктарының йыйынтыҡтарынан тыш, тарихи китаптар ҙа бар.
Һуңғы йылдарҙа Илфат Вәис улы тыуған яғы - Балаҡатай районының тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеү менән мәшғүл. Республика архив эштәре буйынса идаралығында эшләгәненә күрәлер ҙә, уға күптәр шәжәрә төҙөүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә уҙаман үҙенең хеҙмәттәше менән бергә махсус китап нәшер итергә була. «Балаҡатайҙарҙың шәжәрәһе» исеме аҫтында бөгөн авторҙарҙың өс томлыҡ йыйынтығы донъя күргән дә инде.
Илфат Ғәлләмов, Башҡортостан архив эштәре буйынса идаралығы етәксеһе, «Балаҡтайҙарҙың шәжәрәһе» китабы авторы: «Был китаптар ярҙамында урындағы халыҡ ҡына түгел, теләгән һәр кем үҙенең шәжәрәһен яҙа ала. Унда файҙалы мәғлүмәттәр күп.  Беҙ тәүге бүлектәрҙә шәжәрә төҙөгәндә дөрөҫ эҙләнеү эштәре алып барыуға, ҡайһы архив документтарына мөрәжәғәт итеү хаҡында айырым ҡулланма баҫтырҙыҡ».
Илфат Ғәлләмов менән Рәйес Ҡотошев «Балаҡатайҙарҙың шәжәрәһе» китабының тәүге томын 2012 йылда баҫтыра. Тиражы - биш йөҙ дана. Тәүҙә авторҙар Ҡатай ырыуы вәкилдәре йәшәгән ауылдар хаҡында бай мәғлүмәт туплай. Әйткәндәй, был биләмәләр хәҙер Силәбе, Ҡурған, Свердловск өлкәләренә лә ҡарай. Шуға архив хеҙмәткәрҙәренә күрше төбәктәргә юлланып, эҙләнеү эштәрен алып барырға тура килә. Унда бай метрика теркәү материалдары туплана.
Авторҙар билдәләүенсә, бындай шәжәрә китаптарын һәр ауылға сығарырға кәрәк. Улар ярҙамында халыҡ үҙенең үткәнен ентекле, шул уҡ ваҡытта еңел өйрәнә аласаҡ. Әйткәндәй, яҡын арала Ҡатай ырыуы вәкилдәренә арналған тағы ла ике китап донъя күрәсәк. Улар өҫтөндә эш әлегә әүҙем бара.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика