«Бөйөк дала»

«Бөйөк дала» 26.08.2014

Хәйбулла районы өсөнсө республика асыҡ рок-фестивале ҡатнашыусыларын ҡабул итте. Сарала Башҡортостан, күрше төбәктәр һәм Ҡаҙағстан музыканттары ҡатнашты. Сағыу тамаша музыкаль сығыштарҙан ғына торманы, фестивалде ҡеүәтле мотоциклдар, парашютистар сығышы, файр-шоу биҙәне.

Өсөнсө тапҡыр үткән фестивалгә ойоштороусолар күп көс һалған. Сараны район мәктәптәре уҡыусыларының флэшмобы башлап ебәрҙе.
Сәхнәлә  ниндәй генә музыка яңғыраманы. Рок-фестиваль булыуына ҡарамаҫтан, ҡатнашыусыларға ҡәтғи талаптар ҡуйылманы, тамашасыға төрлө жанрҙа һәм төрлө телдә башҡарылған йырҙар тәҡдим ителде.
Ләкин барыбер ҙә сығыш яһаусылар араһында рок музыканттар күберәк булды. Хәйбулла районы ла башҡорт рогының сәңгелдәге һанала. Ҡасандыр бында «Дәрүишхан», «Ҡышҡы йәйғор», «Рух» төркөмдәре ижад юлын башлаған. Һуңғылары «Бөйөк дала» фестиваленән дә ситтә ҡалмаған, әҙерлекте алдан башланыҡ, ти егеттәр.
Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың күпселеген йәш коллективтар, ижад юлын яңы башлаусы башҡарыусылар тәшкил итте. Улар өсөн «Бөйөк дала» үҙҙәрен халыҡҡа танытыу, яңы бейеклектәр яулау мөмкинлеге. Ә инде билдәле коллективтарҙы икенсе төр мәсьәләләр борсой.
Фестиваль бер музыканан ғына торманы, байрамға Ырымбур байкерҙары ла ҡушылды. Ҡеүәтле техника бала-сағаны ла, өлкәндәрҙе лә битараф ҡалдырманы. Артабан халыҡты парашютистар сығышы ҡыуандырҙы. Самолеттан Рәсәй һәм Башҡортостан флагы таҡҡан спортсылар һикерҙе, халыҡ уларҙы алҡыштар менән ҡаршы алды. Фестивалдә башлыса Урал аръяғы коллективтары ҡатнаша. Ләкин Өфөнән, башҡа төбәктәрҙән даими ҡатнашыусылар ҙа бар. Шул иҫәптән Ҡаҙағстан егеттәре.
Быйылғы фестивалдә 100-ҙән ашыу музыкант ҡатнашты. Әлбиттә, улар бөтәһе лә көн яҡтыһында сығыш яһап өлгөрмәне. Ләкин күптән эңер төшөүенә ҡарамаҫтан халыҡ бер ҙә таралашырға ашыҡмай. Сөнки бөгөн хәйбуллалар өсөн оло байрам. Ә музыканттар, үҙҙәренең сығыштары менән тамашасыларға яҡшы кәйеф бүләк итте.
Артабан фестиваль ҡунаҡтарын тағы бер сағыу тамаша ҡыуандырҙы. Улар алдында ут менән уйнарға яратыусылар сығыш яһаны.
Файр-шоуҙы ла халыҡ бик ихлас ҡабул итте. Ғөмүмән, «Бөйөк дала» рок фестивале тамашасыға яҡшы тәҫьораттар бүләк итте, ойоштороусылар иһә сара башҡорт музыкаһының үҫешенә юл асыр тип ышана.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика