Бәләбәйҙә «Илһам шишмәләре» төбәк-ара шиғриәт фестивале башланды

Бәләбәйҙә «Илһам шишмәләре» төбәк-ара шиғриәт фестивале башланды 11.02.2015

Әҙәбиәт йылы менән  Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған конкурс 20 мартҡа тиклем өс этапта үтә.

27 февралгә ҡәҙәр «Бәләбәй хәбәрҙәре»  гәзите редакцияһына рус, башҡорт, татар һәм сыуаш телдәрендә ижад иткән үҙешмәкәр шағирҙарҙың эштәре ҡабул ителә. Икенсе этапта ете лауреат, шул иҫәптән Гран-приға эйә булыусы һәм төрлө номинация еңеүселәре билдәләнә.  Артабан, 19-20 мартта фестиваль еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтә. Уға тиклем «Илһам шишмәләре-2015» фестивалендә ҡатнашыусыларҙың шиғырҙары ингән «Йәйғор» альманахы донъя күрәсәк. Фестиваль сиктәрендә  милли әҙәбиәткә ҙур өлөш индергән  шағир Фәтих Кәримдең ижадын пропагандалаусы шағирҙарға, ғалимдарға әҙәби премия тапшырыла. 1999 йылда Бәләбәй районы хакимиәте тарафынан булдырылған мәртәбәле баһаға барлығы 53 кеше лайыҡ булған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика