Бөгөн - Ҡыш бабайҙың тыуған көнө 18.11.2015

Тыуған ере Бөйөк Устюг ҡалаһында тип һаналған тылсым эйәһен олоһо ла, кесеһе лә түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Ҡыҙҙар-малайҙар үҙҙәренең теләктәрен белдереп хат-сәләмдәр ебәрә. Ҡыш бабай тыуған көндә сабыйын ҡулға алып һөйөнөүсе әсәләр ҙә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар кисерә. Ҡыш бабайҙың тыуған көнөн беҙҙең тамашасылар иһә ғәҙәти көн тип ҡабул итеп өйрәнгән, әммә уны йомарт һәм ихлас тип хәтерләй.

Тамир Байназаров тап бөгөн бөтәһе лә яратҡан, үҙ иткән Ҡыш бабай менән бер көндә тыуған. Ул әлеге ваҡытта дүртенсе дауаханала, хәстәрле һәм изге ҡуллы табиптар ҡарамағында. Ауырлығы дүрт килограмм, буйы илле һигеҙ сантиметр. Бәләкәс баһадир менән әсәһе үҙҙәрен яҡшы тоя. Зөһрә Фәнүр ҡыҙы улының тыуған көнө Ҡыш бабайҙыҡы менән тап килеүгә икеләтә шат. Яңы йыл улының иң яратҡан байрамы буласаҡ һәм ул Ҡыш бабайҙан матур бүләктәр аласаҡ.
Ун етенсе дауаханала дауаланыусы үҫмерҙәр ҙә Ҡыш бабайҙың тыуған көнөн сағыу байрам кеүек ҡаршылай. Өсөнсө йыл рәттән «Изге эштәр» проектында ҡатнашыусы ирекмәндәр һаулыҡтарын нығытыусы балаларға күңел байрамы бүләк итә.
Ҡыҙҙар-малайҙар һүрәт төшөрөү, Ҡыш бабайға хат яҙыу кеүек конкурстарҙа айырыуса әүҙемлек күрһәтте. Өфөнөң 79-сы мәктәбе ирекмәндәре ойошторған уйындарҙан бер кем дә ситтә ҡалманы. Нисек кенә булмаһын, барыһы ла Яңы йылдан күстәнәстәр менән бергә мөғжизә лә көтә.
Лилиә Ғөбәйҙуллина өс йыл дауамында бында дауаланыусы балаларға тәмлекәстәр тарата. Учреждениела бындай хәйриә акциялары матур йолаға әйләнгән. Һаулыҡтары ҡаҡшаған балалар һауығып, дауахананан тиҙерәк сығып, Яңы йылды яҡшы билдәләр менән генә ҡаршыларға теләй.
Яңы йыл байрамына айҙан ашыу ваҡыт ҡалып бара. Бай йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы хат авторҙары баш ҡала шыршыһына махсус саҡырыласаҡ. Cағыу һәм яҡты шыршы байрамында 33 меңдән ашыу бала ҡатнашҡан да инде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика