Бөгөн республика мәҙәниәт усаҡтары Бөтә Рәсәй кимәлендә уҙғарылған «Сәнғәт төнөндә» ҡатнашты

Бөгөн республика мәҙәниәт усаҡтары Бөтә Рәсәй кимәлендә уҙғарылған «Сәнғәт төнөндә» ҡатнашты 03.11.2015

Сара халыҡтар берҙәмлеге байрамына арналды. Баш ҡалаланың мәҙәниәт,  сәнғәт учреждениеларына халыҡ әле лә өҙөлмәй. Акция төн уртаһына тиклем дауам итә.

Сәнғәт төнө мәҙәниәтте үҙ иткән халыҡты бергә йыйҙы. Бөтә Рәсәй кимәлендә уҙғарылған акция баш ҡаланың тиҫтәләгән мәҙәни учреждениеларында үтте. Акциянан Ғәсәкәровсылар ҙа ситтә ҡалманы. Был тап данлыҡлы ансамбль оркестры. Егерме музынка ҡоралынан ағылған был моңдо белмәгән кеше юҡтыр. Бығаса сәхнә артында уйнаған ижади коллектив солистарын юңбыл юлы тамашасы үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Әлбиттә Ғәскәровсыларҙың сәнғәтен акция күстәнәсе бының менән генә тамамланмай. Иҫәбе-һаны булмаған сәхнә костюмдары цехы. Ҡайһыһы үҙе бер тарих, ниндәй генә илде урап сыҡмаған. Ҡунаҡтар костюмдар менән генә танышып ҡалмай, үҙҙәре лә кейеп ҡараны.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика