Бөгөн Рәсәй киноһы көнө

Бөгөн Рәсәй киноһы көнө 27.08.2014

«Родина» кинотеатрында «Башҡортостан» киностудияһында һуңғы осорҙа төшөрөлгән фильмдар ҙур экранға сығарылды.

«Мөрйәнән күтәрелә төтөн, бер үк һүрелмәһен». Паралимпия чемпионы хаҡындағы  «Ике килгән ғүмер» фильмы менән  танылыу яулаған режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтованың был документаль  фильмдың геройы ла  үҙенсәлекле яҙмышлы кеше. Һикһән йәшлек Кинйәғол Сәлимгәрәйев  алтмыш йылға яҡын  урман эсендә бер үҙе  йәшәй. Заманында Белорет районының перспективаһыҙ тип бөтөрөлгән Урман-Рәүәт ауылы йәнен һаҡлап ғүмер итә ҡарт. Оло кешенең төпкөлдәге яңғыҙ тормошон  режиссер  йылдың дүрт миҙгелендә күрһәтә.  
Таңсулпан Бураҡаева документалистика жанрында ике фильм төшөргән. «Башҡорт милли костюмы» фәнни-популяр фильмында режиссер  халҡыбыҙҙың милли кейеменең таш быуаттан беҙҙең көнгәсә  килгән юлын һүрәтләй. Режиссерҙың  башҡорт рәссамы Йәлил Сөләймәнов менән эшләгән фильм-портреты ла үҙенсәлекле килеп сыҡҡан.  
Санкт -Петербургтағы кино һәм телевидение дәүләт университетын тамамлап ҡайтҡан йәш режиссер Роман Поджидаев ҡыҫҡа метражлы «Япраҡ» фильмын тәҡдим итте. Ролдәрҙе билдәле актерҙар Хәмит Яруллин, Зөлфәр Әхмәтов, Урал Әминев, Гөлмирә Исмәғилева һәм Сулпан Асҡарова уйнай. Картина Бөрйән районында төшөрөлгән.
Ә Рим Шәрәфетдинов иһә  тамашасыларҙы «Алдар һәм бүре» анимацион фильмының дауамы менән һөйөндөрҙө.  Ул да  тәүге йәнһүрәт кеүек  шаян һәм мауыҡтырғыс. Ғәҙәттәгесә, залда алма төшөрлөк тә урын юҡ. Йыл һайын байрам  уңайынан төнө буйы башҡорт фильмдарын ҡарарға күнеккән тамашасы  быйыл да туған телдә төшөрөлгән кино күрергә һыуһап килгән.
Байрам айҡанлы кино сәнғәтенә тос өлөш индергәндәрҙең хеҙмәте баһаланды. Фильмдарҙың күбеһе - йәш режиссерҙарҙың ижад емеше. Башҡорт киноһы күтәрелеш осорон кисерә тип әйтергә булалыр. Яңы студиялар, кинокомпаниялар асыла, былтыр - ике,  быйыл  бер проектҡа Президент гранты бүленгән.  
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку