Бөгөн Өфөнөң «Победа» кинотеатрында  «Хәрби һалдат, эшсе һәм колхозсы»  скульптура композицияһын асыу танатанаһы үтте 28.10.2016

Сара Черниковка биҫтәһе халҡы өсөн байрамға әүрелде. Бина ҡыйығындағы яңы һәйкәлде күрергә йөҙҙәрсә кеше килде.

Ул ваҡытта Өфөлә «Победа» берҙән-бер ҙур кинотеатр. 630 кешене  һыйҙырған залы,  уҡ уҡыу өсөн бүлмәһе булған,эстрада майҙанында симфония оркестеры уйнаған. Ә  кинотеатрҙың фасадын хәрби һалдат һыны биҙәгән.
Уҙған быуаттың 50-се йылдарында  һәйкәл үҙгәртеп ҡорола. Композицияһы хәрби һалдат һәм  эшсе, колхозсы ҡатынды  һынландыра.  2000 йылдарҙа ремонт ваҡытында скульптура таушала башлағанға һүтелә.
Артур Хажғәлиев, Өфө ҡала советы депутаты: «Бер тапҡыр кинотеатр янынан үтеп барғанда уның  ҡыйығы буш тороуын күреп кәйефем төштө. Исеме есеменә тап килһен өсөн һәйкәлде кире урынына ҡайтарырға кәрәк тигән һығымтаға килдем. Һәм бына ниһайәт, маҡсат тормошҡа ашты».
16 йылдан һуң ҡыйыҡта сифатлы материалдарҙан эшләнгән яңы композиция урын алды.  Хәтерләүҙәргә нигеҙләнеп  һәм фотоһүрәттәргә ҡарап  уны скульптор Хәлит Ғәлиуллин  яһаған.
Тарихи кинотеатр фотоһүрәттәрҙә һаҡлана. Йәшлек йылдарын, киносеанстрға йөрәгән мәлдәрен иҫләргә бөгөн Черниковкала йәшәүсе өлкәндәр килде.
Олег Исаев, Черниковка биҫтәһендә йәшәүсе: «Беренсе май  урамы беҙҙең өсөн Бродвей ине.  «Победа»- яратҡан кинотетарыбыҙ. Бында кистәрен йәйәү килә инек. Киноға йөрөнөк. Ә был фотоһүрәттәрҙе дуҫтарым миңә әрмегә һалды. Уларҙа ниндәй фильм ҡуйылғаны ла  күренә.  Береһендә – «Координаталар билдәле» икенсеһендә -  «Дон сезар де базан» -1958 йылда ҡуйылған картиналар».
Һәйкәл асыу тантанаһында  һуғыш йылдарындағы йырҙар яңғыраны,  йәштәр вальс өйөрөлдө. Сараға килеүселәр ялан кухняһында бешкән бутҡа менән һыйланды.Кинотетар әле лә  биҫтәлә йәшәүселәрҙең яратҡан мәҙәни ял урыны булып ҡала.  Экрандарҙа әлбиттә,  хәҙер бөтөнләй башҡа фильмдар күрһәтелә. Әммә йәштәр  үҙенең еңеүселәр быуынынан икәнен онотмай.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика