Бөгөн Өфөлә Ырымбур дәүләт өлкә ҡурсаҡ театрының гастролдәре үтте 14.05.2016

Ҡунаҡтар кескәй тамашасыларға Корней Чуковский әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән «Доктор Айболит» спектаклен тәҡдим итте.

Гастролдәр Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында үтте.  Кескәйҙәр  йырлы-моңло Ырымбур артистарын көслө алҡыштар менән ҡаршы алды һәм спектаклде тын да алмай  күҙәтте. Ҡапыл  ауырып киткән әкиәт геройҙары  өсөн борсолоп та алды, доктор Айболиттың алтын ҡулдарына, шифалы дарыуҙарына бергәләп һөйөндө.  Ырымбурҙар әйтеүенсә, бер-береңә ҡунаҡҡа йөрөү тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән файҙалы. Икенсенән, һәр төбәктең тамашасылары   айырылып тора.
Иван Панин, Ырымбур дәүләт өлкә ҡурсаҡ театры актеры: «Бында тамашсылар ихлас, улар бәләкәй генә нескәлектәргә иғтибар итә, актерҙар менән бергә йәшәй. Зал менән бәйләнеш көслө, шуға уйнауы ла ныҡ еңел булды. Өфөгә сәфәрҙән оло кинәнес алдыҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика