Бөгөн Башҡортостандың төньяҡ районы ла хеҙмәт батырҙарын данланы

Бөгөн Башҡортостандың төньяҡ районы ла хеҙмәт батырҙарын данланы 11.06.2016

Яңауыл ҡалаһы эргәһендәге майҙанда уҙған һабантуйҙың  яҡшы үтеүена ҡояшлы көн үҙе булышлыҡ итте. Бөгөн яңауылдар хеҙмәт батырҙарына ысын мәғәнәһендә дан йырланы. «Ураҙа», «Юлдаш», «Мираҫ» һәм башҡа бик күп крәҫтиән-фермер хужалыҡтары эшсәндәре, заманса техника, райондың алдынғы шәхестәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, спортсыларынан торған колонна майҙан тотто.

Ретро автомобилдәр парадын да халыҡ ҙур ихласлыҡ менән ҡараны. Байрамға йыйылыусыларға совет осоро киноларында ҡулланылған популяр автомобилдәрҙе бөгөнгө заманда  күреү бәхете тейҙе. Һабантуй ат сабышы, милли көрәш, ҡолғаға үрмәләү һәм Яңауыл халҡына ғына хас ҡул менән балыҡ тотоу, ҡатыҡ эсенән тәңкә эҙләү кеүек уйындар менән үрелеп барҙы. Яңауыл районы хеҙмәт батырҙарын Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев тәбрикләне.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика