Бөгөн - Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың тыуыуына 90 йыл

Бөгөн - Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың тыуыуына 90 йыл 16.01.2015

Ул әҙәбиәт һөйөүселәрһҙең күңеленә роман оҫтаһы, башҡорт халҡының киң яҡлы тарихи үткәнен сағылдырыусы әҙип булараҡ яҡын.

Халыҡ яҙыусыһының тормош иптәше менән ҡыҙы эскерһеҙ, ҡәҙерле хәтирәләре менән уртаҡлаша. Яныбай Хаммат улын яҡындары ғәҙел, талапсан кеше булараҡ хәтерләй. Башҡорт әҙәбиәтенә ҙур өлөш индергән әҙип өсөн ижадта тормош һынауҙары, ҡаршылыҡтар  кәртә була алмай. Атайым бөтә күңелен һалып ижад итте, ти ҡыҙы.
«Бөртөкләп йыйыла алтын», «Аҡман-тоҡман», «Төньяҡ амурҙары» кеүек күләмле әҫәрҙәре аша халыҡ күңелен яулаған башҡорт әҙибе Белорет районының Исмаҡай ауылында 1925 йылдың 16 ғинуарында донъяға килә. 15 йәшенән Үрге Әүжән алтын приискыһында эшләй. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1956 йылда Тимерязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын, хәҙерге Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Яҙыусының тәүге хикәйә, мәҡәләләре башҡорт старателдәре тормошона арналған. Ә инде романдары Яныбай Хамматовты яҙыусы булараҡ таныта. Ул 17 роман авторы. «Бөртөкләп йыйыла алтын» пенталогияһы хатта, Әмир Абдразаҡов тарафынан фильм итеп үҫтерелә.
Башҡорт әҙибенең исеме халҡы хәтерендә, әҙәбиәт донъяһында мәңгелеккә уйылған. Белорет районында башҡорт ҡала гимназияһы данлыҡлы яҡташтарының исемен йөрөтһә, әҙәби премия  булдырылған, төбәктә «Хамматов һабаҡтары» тип исемләнгән ғилми-ғәмәли конференция үтә, Исмаҡай ауылында социаль-мәҙәни үҙәккә  Яныбай Хамматовтың исеме бирелгән.  Белорет ҡалаһы һәм Әбйәлил районы үҙәгендәге урамдар  яҙыусы исеме  менән аталған. «Белорет ҡалаһы һәм районының почетлы гражданины»ның шәхси әйберҙәре тыуған Исмаҡай ауылы музейында ҡәҙерләп һаҡлана. Әйткәндәй, тиҙҙән ижадсының баҫылмайынса ҡалған өс китабы донъя күрәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика