Бөгөн - Башҡортостанда Музейҙар төнө 20.05.2017

Халыҡ-ара акция киске сәғәт алтынан төнгө 12-гә тиклем дауам итә. Республика музейҙары был акцияла етенсе йыл рәттән ҡатнаша. «Музейҙар төнө» барышында халыҡҡа күргәҙмә генә күрһәтелмәй, ә ҡыҙыҡлы саралар ҙа тәғдим итә.

Мәҫәлән, Мәжит Ғафури йорт-музейында Октябрь революцияһы башланыуға 100 йыл тулыуға арналған экспозиция әҙерләнгән. Башҡортостан музейҙарында 500-ҙән ашыу сара - әңгәмәләр һәм викториналар, «түңәрәк өҫтәл»дәр, таныл­ған яҡташтарыбыҙ менән осрашыуҙар, уйындар, әҙәби-музыкаль кисәләр, театрлаштырылған тамашалар, фотосессиялар ойошторола. Акцияла 40 меңдән ашыу кеше ҡатнашыр тип  көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика