Бөгөн Башҡортостан яҙыусылар Союзында күренекле башҡорт шағиры, прозаик, драматург, публицист, тәржемәсе һәм фольклорсы Ғәзим Шафиҡовтың хәтер кисәһе үтте

Бөгөн Башҡортостан яҙыусылар Союзында күренекле башҡорт шағиры, прозаик, драматург, публицист, тәржемәсе һәм фольклорсы Ғәзим Шафиҡовтың хәтер кисәһе үтте 27.12.2014

Ғәзим Ғәзиз улы 1939 йылда Ҡырғыҙстандың Фрунзе ҡалаһында тыуа. Йылдар үткәс, әҙип үҙенең тормош юлын «Таластың таш һаҡсылары»  автобиографик повесында һүрәтләй. Унда шағир ғүмеренең Талас ҡалаһында үткән ваҡыты тураһында яҙа. Ҡәләмдәштәре хәтерләүенсә,  Ғәзим Шафиҡов  ҡырғыҙ  телен, был халыҡтың  ауыҙ-тел ижадын да яҡшы белә.

Ҡырғыҙстанда тыуып үҫкән шәхес, ғүмере буйына үҙенең башҡорт халҡына, уның тарихы һәм рухи донъяһына тоғро ҡала.  Ғәзим Шафиҡов тиҫтәләрсә әҙәби йыйынтыҡтар  авторы. Әҙиптең әлегәсә  ташҡа баҫылмаған ижади эштәре лә күп. Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзалары киләсәктә уларҙы бергә туплап яңы китап сығарырға ниәтләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика