Бөгөн Башҡортостан үҙенең төп дәүләт байрамын билдәләй

Бөгөн Башҡортостан үҙенең төп дәүләт байрамын билдәләй 11.10.2016

Республика көнөнә арналған төп байрам саралары Салауат Юлаев  һәйкәле аҫтындағы асыҡ майҙанда үтте. «Ватан» этноауылында  оҫталар ҡаласығы ойошторолдо, сәхнә  йыр-бейеүҙәрҙән яңғырап торҙо.

Көндөң һалҡынса тороуы ла халыҡтың байрам кәйефен боҙа алмай. Кешеләр  сығыш яһаусыларға ҡушылып йырлай, бейей. Сәхнәлә иһә  профессиональ артистар ҙа, үҙешмәкәр сәхнә оҫталары ла, балалар коллективтары ла сығыш яһай. Һәр бер номер тыуған Башҡортостанға һөйөү тойғоһо менән һуғарылған, ти сәнғәт әһелдәре.
«Ватан» этноауылындағы тирмәләр оҫталар ҡаласығына әүерелгән. Бында ҡулдан эшләнгән биҙәүестәрҙе, бәйләнгән, тегелгән, сигелгән, һуғылған кейемдәрҙе, көнкүреш кәрәк- яраҡтарын, һауыт-һабаны осратырға мөмкин. Ошонда уҡ  шифалы башҡорт балы менән сәй эсеп алырға ла була.
Майҙанда байрам көнө буйы тиерлек барҙы. Республика көнө төбәктә йәшәгән төрлө милләт халыҡтарын дуҫлаштырыусы, берләштереүсе күркәм сараға әйләнде. Башҡортостан  илдең иң ҡеүәтле, тыныс төбәктәренең береһе, ошо республикала йәшәүебеҙ менән бәхетлебеҙ, ти байрамға килеүселәр.
Башҡортостан көнөн төрлө һөнәр эйәләре, төрлө быуын,  милләт вәкилдәре билдәләй. Тарихи датаны сит төбәктәрҙә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ ҙа онотмай. Виртуаль киңлектәрҙә донъяның төрлө ҡитғаларынан килгән ҡотлауҙарҙы осратырға мөмкин.
Интернет селтәрендәге тағы бер күркәм сара - Башҡортостан флагы менән флешмоб. Республика көнөн билдәләүҙе тәҙрә башына байраҡ элеп белдерергә мөмкин. Был акция ла оло теләктәшлек менән ҡабул ителде.
Башҡортостан студенттары иһә үҙ һөйөүен үҙенсәлекле  юл менән сағылдыра. Бер төркөм йәштәр  ағымынан барлыҡҡа килгән тере республика һүҙе бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Һуңынан улар оло бер йөрәккә берләшә. Һәм тап ошо берҙәмлектә республиканың бар булмышы, асылы сағыла ла инде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика