«Ашҡаҙар» радиоһы Силәбе өлкәһе башҡорт йәштәренә Өфөгә сәйәхәт ойошторҙо 10.10.2015

Баш ҡалаға Силәбе Башҡорт йәштәре иттифағы  рәйесе Ильфир Илбаҡтин етәкселегендә делегация килде. Алдан һөйләшелгәнсә, «Ашҡаҙар» радиоһы уларға Башҡортостан юлдаш телевидениеһының  «Cәләм», «Тамыр» балалар телеканалы, «Ашҡаҙар» радиоһы программаларында ҡатнашыу мөмкинлеге бирҙе, телевидение һәм радио кухняһы менән таныштырҙы.

Сәфәрҙең икенсе өлөшө телеүҙәктең конференция залында республиканың арҙаҡлы шәхестәре, билдәле шағир Хәсән Назар, ғалим һәм педагог, шағир Фәнил Күзбәков, яҙыусы һәм драматург Таңсулпан Ғарипова, яҙыусы Лира Яҡшыбаева менән осрашыу рәүешендә дауам итте. Әҙиптәр рух, тел, Силәбе башҡорттарының тамырҙары хаҡында һөйләне, үҙҙәренең ижады менән таныштырҙы, алдағы көндәрҙә Силәбе ерендә осрашыу хаҡында һөйләшеп килеште, ә йәштәр уларға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе. Артабан Силәбе егет-ҡыҙҙарының  сәйәхәте баш ҡала мәҙәниәт усаҡтарында дауам итте.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика