Андрей Носковтың "Ике ағай" фильмына төшөр өсөн кәзәләр ҙә  кастинг үткән 19.07.2016

Шуларҙың берәүһе бөгөн ауылда съемкаларға әҙерләнә, ти режиссер. Әле ижади төркөм "Башҡортостан" киностудияһы павильонында ике аҙнанан ашыу эш өҫтөндә ҡайнай.

Тап ошо урында Андрей Носковтың фильмының бер өлөшө төшөрөлә. Ул ҡыҙыҡлы булһын өсөн бында бай материал тупланған. Мәҫәлән, кәштәләге һәр бер китап геройҙарҙың эске тормошон сағылдыра.

Фильмда Айҙар Хәсәнов төп ролдәрҙең береһен башҡара. Уның кино сәнғәте өлкәһендә тәүге ҙур роле. Актер тап ошо ижади төркөм менән эшләүенә ҡыуанып бөтә алмай.

"Башҡортостан" киностудияһы тарафынан төшөрөлгән “Ике ағай” трагик фильм ысынбарлыҡтағы ваҡиғаларҙы һүрәтләй. Сюжеттың нигеҙендә оҙаҡ йылдар үткәс, ике бер туғандың осрашыуы, артабан уларҙың тормошо ята. Ләкин улар бер-береһен аңлай алмай, икеһендә ике төрлө ҡараш булып,  араларында бәхәс тыуа.

Павильондағы декорацияларҙы ижади төркөм бергәләп төҙөгән.  Герой йәшәгән фатир ысынбарлыҡҡа тулыһынса тап килә.

Уҙған ял көндәрендә Өфөлә тағы ла бер кино төшөрөлә башланы. Унда йөҙгә яҡын актер ҡатнаша, күптәре йәштәр. Режиссер әйтеүенсә, фильм төрлө жанрҙа төшөрөлә. Илебеҙҙә кино йылы билдәләнеүе иһә был өлкәлә эшләүселәргә ижади дәрт кенә өҫтәй.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика