Африка легендаһы йәки аҡ арыҫландар. Өфө дәүләт циркында яңы программа

Африка легендаһы йәки аҡ арыҫландар. Өфө дәүләт циркында яңы программа 24.09.2016

Цирк түгел, театр. Яңы программала йөкмәткеһе буйынса бер-береһе менән бәйләнмәгән номерҙар урынына тулы бер спектакль тәҡдим ителә.

Театрлаштырылған тамаша әҙерләү тәҡдимен цирк артистары Ольга менән Яна Польди индерә. Аренала 20-се быуат мөхите тыуҙырыла, төп героиня костюмер Виолетта Барон  артистарҙы сығышҡа әҙерләү урынына  үҙен акробат ролендә һынап ҡарарға булып көмбәҙгә үрмәләй.  Тамашала төрлө ҡатмарлы номерҙар биш метр бейеклектә, бер ниндәй  страховкаһыҙ башҡарыла. Программаның төп биҙәге аҡ арыҫландар, улар донъяла һирәк кенә ҡалған, ни бары 300 тирәһе.  
Талайбек Саралаев, режиссер-хореограф: «Был тамаша ғәжәпләнергә, һоҡланырға яратҡан  тамашасылар өсөн.  Программаның йөкмәткеһе бай, тылсымлы, ул  кешеләрҙе тың да алмай ҡарарға мәжбүр итә, бер утҡа, бер һыуға һала.. Әммә битараф ҡалыу мөмкин түгел. Халыҡ акробатик номерҙарҙы ла, йәнлектәр, хзайуандары сығышын да йыл ҡабул итә».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика