«Аҡйегет менән Аҡйондоҙ»

«Аҡйегет менән Аҡйондоҙ» 18.11.2014

Баймаҡ ҡалаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулыуға арнап сая рухлы, дәртле һәм ижади йәштәр араһында «Аҡйегет менән Аҡйондоҙ» район бәйгеһе үтте. Үҙ төбәктәрендә еңеү яулаған  11 пар   финалға үтте.

Баймаҡ районында Мостай Кәрим  ижадына арналған  Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет бәйгеһен үткәреү матур йолаға әйләнгән.  Бөйөк әҙибебеҙ ижадына бағышлынған конкурс мәртәбәһен, бәҫен юғалтмай, оҙаҡ йылдар һаҡланып килә. Йылдан-йыл йәштәрҙең береһенән-береһе  йыр-моңға бай, рухлы булыуы  һоҡландыра, Мостай Кәрим пьесаларын  ихлас, халыҡсан итеп сәхнәләштереүҙәре хайран итә.
Шулай уҡ йәштәрҙең мөхәббәт шиғырҙарын, поэмаларын яттан һөйләүҙәре барыһын да тетрәндерҙе, матур туй күлдәктәрендә вальс өйрөлөүҙәре залда ултырыусыларҙы сихри мөхәббәт донъяһына  илтте.
Байрамда шулай уҡ Өфөнән килгән билдәле әҙиптәр Әмәр Үтәбай, Салауат Әбүзәр,  Дамир Шәрәфетдиновтың ҡатнашыуы  конкурсҡа оло бер мәртәбә өҫтәне.
Был конкурс - йәш-елкенсәкте дәртләндергән, таланттарҙы асҡан һәм уларға киләсәккә аҡ юл биргән ижади бәйге. Сөнки Аҡйондоҙ һәм Аҡегеттәр араһынан насар кешеләр сыҡмаҫ тигәнде ул йылдар дауамында иҫбатлап килә. Йәштәр араһынан еңеүсене билдәләү ҙә  еңелдән булманы. Был юлы Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет титулына Әхмәр ауылынан  Наҙгөл Бикмурзина менән Байрас Азаматов лайыҡ булды.
Тормошто яратҡан рухлы, сағыу йәштәргә артабан да ижади уңыштар теләйек. Бәйгеләрҙә генә түгел, тормошта ла үҙ маҡсаттарына ирешкән булып ҡалһындар.
Вилә Сәйетова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика