Аҙна яңылыҡтары. Билдәле шәхестәрҙең билдәһеҙ яҡтары

Аҙна яңылыҡтары. Билдәле шәхестәрҙең билдәһеҙ яҡтары 09.04.2017

Бөгөндән «Аҙна яңылыҡтары»ның һәр сығарылышында республика һәм ил тормошона тос өлөш индергән шәхестәребеҙ хаҡындағы яҙмалар шәлкемен башлайбыҙ. Улар беҙҙең арала юҡ,  ләкин башҡарған эштәре тарихты, халҡыбыҙ ирешкән ҡаҙаныштарҙы сағылдыра, йылъяҙмабыҙҙы байыта. Тәүге геройыбыҙ - Малик Яҡшымбәтов. Башҡорт кино сәнғәтен үҫтерергә күп көс һалған оҫтаның исеме республика, Рәсәй төбәктәрендә генә түгел, Ҡаҙағстанда ла киң билдәле.

«Башҡортостан» киностудияһы тарафынан төшөрөлгән тәүге тулы метражлы документаль фильм. «Азатлыҡ ҡапҡаһы» тип аталған яҙма 1992 йылда Советтар Союзы тарҡалғас та ижад ителгән. Колхоз-совхоздарҙың бөлгөнлөккә төшөүе, гөрләп торған ауылдарҙың юҡҡа сығыуы, эшһеҙлектең ғәҙәти күренешкә әйләнеүе... Ул саҡтарҙа булғанды бар тип һөйләүҙән  халыҡ тартынған. Малик Яҡшымбәтов тәүгеләрҙән булып ысынбарлыҡты күрһәтә
«Азатлыҡ ҡапҡаһы» документаль фильмында тормош күренештәре, проблемалар  асып һалына. Режиссер фильмына геройҙарҙы үҙе табып йәлеп иткән. Улар иҫәбендә Әбйәлил районы сәсәниәһе Гөлнур Мәмлиева ла бар. Һәр деталь үҙенсәлекле бер сюжетҡа ҡоролған. Милли кейем аша мәҫәлән, Малик Яҡшымбәтов башҡорт халҡының үткәнен һәм киләсәген яҡтыртырға тырышҡан.
Малик Яҡшымбәтов Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтында белем алған. Башҡорт улы бер урынға биш тиҫтәләп кеше дәғүә иткән конкурсты үтеп, күренекле режиссер Григорий Чухрай етәкселегендә уҡый. Тәүге стажировканы Малик Нәсих улы  телевидениела үткән.
Малик Яҡшымбәтов 1944 йылдың 18 апрелендә Кемеров өлкәһендә тыуған. Атаһы Нәсих Яҡшымбәтов сығышы менән Әбйәлил районынан. «Хәтер китабы» мәғлүмәттәре буйынса, ХХ быуаттың 30-сы йылдарында Әбйәлил һәм Баймаҡ районында йәшәүсе бар Яҡшымбәтовтар  Кемеров өлкәһенә һөргөнгә оҙатыла. Быға Нәсих Яҡшымбәтовтың бер туған апаһы Нәфисә Әхмәтзәки Вәлидиҙең тормош иптәше булыуы сәбәпсе була. Һөргөндә Маликтың бер туғандары Рәмилә менән Намик  Яҡшымбәтовтар донъяға килә
Малик Яҡшымбәтов бәләкәйҙән теремек бала булып үҫте, тип хәтерләй туғандары. Уҡыуҙа ғына түгел, эштә лә һынатмаған. Мәктәпте тамамлау менән алтын приискыһына эшкә төшә.
Малик Яҡшымбәтовтың нәҫеленән ғөмүмән, бик күп арҙаҡлы кешеләр сыҡҡан. Улар араһында төрлө тармаҡ вәкилдәре бар.
1969 йылда институтты тамамлағандан һуң, ул «Ҡаҙаҡфильм» киностудияһында эш башлай. 20-нән ашыу документаль һәм документаль-публицистик картина төшөрә. Йәмәғәт һөйөүен яулай. 1991 йылда иһә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡас «Башҡортостан» киностудияһының художество етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә  «Салауат Юлаев көндәре», «Аксаков һәм Башҡортостан» документаль-публицистик һәм Төркмәнстанда үткән Халыҡ-ара «Көмөш ярым ай» кинофестивале премияһына лайыҡ булған «Азатлыҡ ҡапҡаһы» художестволы фильм ижад итә. Малик Нәсих улының һуңғы эше шағир Шәйхзада Бабич тормошона арналған булған.
Башҡортостандың тәүге кинорежиссерын Әбйәлилдәр ҙур хөрмәт менән иҫкә ала. Уға арнап төрлө мәҙәни саралар, хәтер кисәләре үтә. Малик Яҡшымбәтовтың ата-әсәһенең йорто әле лә һаҡлана. Әйткәндәй, бынан өс йыл элек район үҙәге урамдарының береһенә шәхестең исеме бирелгән.
Малик Яҡшымбәтовтың эшләнмәгән, тормошҡа ашмаған хыялдары ҡала. Милли кинематографияға нигеҙ һалыусыларының береһе үҙ  милләте тураһында күпләп фильмдар төшөрөү һәм башҡорт халыҡ йыры «Азамат»ты өйрәнеү теләге менән яна. Ҡасандыр уны атаһы йырлаған булған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика