Аҙна яңылыҡтары. 15 йыл элек Башҡортостан телевидениеһы Йыһан киңлектәренә сығыу менән эфир даирәһе күпкә киңәйҙе 16.10.2016

Беҙҙең каналды илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә ҡарай башланылар. Республика  тормошон хәҙер  Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Күптәр өсөн ул мәғлүмәт алыу сараһы ғына түгел, рух, аң, моң сығанағы ла. Бөгөн беҙҙең каналда күрһәтелгән башҡорт тапшырыуҙары эфир ваҡытының 50 процентын тәшкил итә. Йыһазландырылышы, тәжрибәһе һәм эш алымдары буйынса ла БСТ иң яҡшы төбәк телеканалдары исемлегендә. Оҙаҡламай милли телевидениены тағы ла яңы үрҙәр көтә. Беҙ һанлы форматҡа күсеү өҫтөндәбеҙ. Телевидение нисек эшләнә? Дикторҙар яңылышмай нисек уҡый?

Эфирҙа «Яңылыҡтар» сығарылышы һәм уның алып барыусыһы Гөлнур Вәлиева. Тапшырыуҙың рейтингы, тәү сиратта, дикторҙың  оҫталығынан, телмәренән, халыҡта ышаныс уята белеүенән тора. Заманса техника ярҙамында хәҙер ун биш-ярты сәғәтлек тексты ятларға кәрәкмәй, суфлерҙан уҡырға ла мөмкин. Ә бит туҡһанынсы йылдарҙа микрофон артындағылар  был хаҡта ни бары хыялланған ғына.
Хәҙер текстарҙы яҙыу, сюжеттарҙы әҙерләү, эфирға ебәреү процесы ла күпкә еңеләйҙе. Махсус программа ярҙамында бар мәғлүмәт селтәрҙә йыйыла. Ә бит ике тиҫтәнән ашыу йыл элек был процесс күпкә ҡатмарлыраҡ була.
Элек мөһим хәл-ваҡиғалар урынынан тура эфирҙар ойоштороу өсөн ике ҙур машина техника, бер төркөм хеҙмәткәрҙәр ебәрергә кәрәк булһа, хәҙер хәбәрсе был етди эште оператор һәм инженер менән  генә лә башҡара ала. Рюкзак формаһындағы ТВЮ аппараты менән интернет тотҡан төбәктән әҙер видеояҙмалар ебәрергә, студия менән тура бәйләнешкә сығырға мөмкин.
Уңыш нигеҙе теүәл ун биш йыл элек башлана. Ул ваҡытта Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып Башҡортостанда милли телеканал ойошторола. Юлдашҡа күсеү - эфир ваҡытын ғына түгел, тамашасылар һанын да арттыра. Шул уҡ ваҡытта юғары квалификациялы кадрҙар - журналистар, операторҙар, инженерҙар әҙерләү эше лә йәнләнә.
«Яңылыҡтар» сығарылышы өсөн дә ҡырҡа боролош осоро башлана. Тәүге хәбәрселәрҙең береһе Илдар Хөбөтдинов әйтеүенсә, редакцияла һәр кемдең айырым компьютеры барлыҡҡа килеүе, монтаж өҫтәлдәренең булыуы эште күпкә еңеләйтә. Юлдашҡа күсеү милли тапшырыуҙарҙы яңы баҫҡысҡа күтәрә.
Бөгөн дә «Яңылыҡтар» сығарылышы коллективы тәүлек әйләнәһенә тамашасыларҙы республиканың көнүҙәк мәсьәләләре менән ваҡытында таныштырып бара.  Шул уҡ ваҡытта халыҡ менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Ватсап номеры аша ла яңылыҡтар менән уртаҡлашыусылар күп.
БСТ каналы хәҙер халыҡҡа күпкә яҡыныраҡ.   Кеҫә телефондары өсөн булдырылған махсус ҡушымталар беҙҙең тапшырыуҙарҙы донъяның төрлө нөктәләрендә лә ҡарарға мөмкинлек бирҙе.
Әлеге мәлдә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һанлы тапшырыуға күсә башланы. Дүшәмбенән «Яңылыҡтар» сығарылышы ла киң форматта, йәғни 16-ға 9 параметрҙары буйынса күрһәтелә башлай. Яңы телевизорҙарҙа ошондай каше барлыҡҡа килһә, иҫкеләрендә юғары сифатлы һүрәт тулыһынса күренмәй, ике яҡтан ҡырҡылыуы ла мөмкин. Шуға техниканы көйләргә кәрәк буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика