«Аҡбуҙатта ҡунаҡта» 21.10.2014

Көйөргәҙе районында балалар һәм үҫмерҙәр ижадының асыҡ республика фольклор фестивале үтте. Ижади сара бер нисә номинациянан торҙо. Уҡыусылар фестиваль сиктәрендә йыр-бейеү, шиғыр яҙыу һәм яттан һөйләү оҫталығы буйынса көс һынашты.

Салауат ҡалаһынан Руфина Рәхмәтуллина 5 йәшенән вокал менән шөғөлләнә. Фестивалдә үҫмер I дәрәжә дипломына лайыҡ булды. Йыр - күңел өсөн дауа, тигән фекерҙә ул.
Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан килгән егеттәр конкурста  «Яугирҙар» бейеүен башҡарҙы. Ошо бейеү менән өс йыл рәттән төрлө конкурстарҙа еңеү яулайбыҙ, ти улар. Фестивалдә шулай уҡ Башҡортостандың төрлө райондарынан йәш сәсәндәр, ҡобайыр, әкиәт, шиғыр һөйөүселәр ҡатнашты. Уҡыусылар төрлө номинацияларҙа үҙҙәре ижад иткән әҫәрҙәрен жюри ағзаларына тәҡдим итте.
Фестиваль республикала икенсе тапҡыр уҙғарыла. Быйыл йыр-бейеүҙән тыш, уҡыусыларҙың  ҡул эштәренән күргәҙмәлә лә ойошторолдо. Балалар һәм үҫмерҙәр ижадының асыҡ республика фольклор фестивален тулыраҡ «Тамыр» телеканалы әҙерләгән программала ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика