Ҡағалым ҡалаһында башҡорт һабантуйы үтте

Ҡағалым ҡалаһында башҡорт һабантуйы үтте 20.06.2017

Республикабыҙҙан ике меңдән ашыу кеше төйәк иткән төбәк байрамы яҡташтарыбыҙ өсөн осрашып аралашыу, танышыу майҙаны ғына түгел, ә тулы мәғәнәһендә рух тантанаһына әүерелде. Сарала икенсе йыл рәттән ҡатнашҡан Стәрлетамаҡ филармонияһы артистары башҡарыуындағы йыр-моң, бейеүҙәр байрамға ҡот өҫтәне.

Сит тарафта яҡташтарыбыҙ татыу һәм берҙәм булып йәшәй. Ҡағалымда республикабыҙҙан сыҡҡан төрлө милләт вәкилдәрен берләштергән «Нур» йәмәғәт ойошмаһы эшләп килә. Һабантуй ҙа, улар тырышлығы менән үтте. Йыл дауамында төбәктә уҙған байрам сараларында ла улар  әүҙем ҡатнаша. Әйткәндәй ҡала башлығы Николай Пальчиков үҙе лә сығышы менән Башҡортостандан.  
Николай Пальчиков, Ҡағалым ҡалаһы хакимиәте башлығы: «Ҡалала башҡорттар, татарҙар күпләп йәшәй. Кешеләр үҙ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен онотмаһын өсөн шарттар тыуҙырырға тырышабыҙ».
Республика башлығы исеменән ҡотлау хатын, Ханты-Манси автономиялы округында эшмәкәрлек алып барыусы Башҡортостандың Урал төбәктәрендәге тулы хоҡуҡлы вәкиле Амур Хәбибуллин еткерҙе. Ул «Нур» ойошмаһының иң әүҙем ағзаларына бүләк тапшырҙы. Һабантуйҙың иң сағыу өлөшө, әлбиттә, көрәш. Сығышы менән Ауырғазы районынан булған Марат Ибраҡов көнбайыш себерҙә уҙған һабантуйҙарҙа оҙаҡ йылдар баш судья вазифаһын башҡара. Тәжрибәһе, тәүәкәллелеге менән халыҡ араһында хөрмәт ҡаҙанған яҡташыбыҙ быйылғыһынан да бик  ҡәнәғәт.
Ҡағалым ҡалаһында үткән һабантуй ҡатнашыусылары Башҡортостанға ҡайтып килгәндәй булдыҡ тип таралышты.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика