Аҫаба халыҡтың ҡарһүҙе 01.12.2014

Сибайҙа мөнәжәтселәрҙең 2-се асыҡ ҡала конкурсы үтте. Ҡала сиктәрендә генә ойошторолоуына ҡарамаҫтан, сарала республика төбәктәренән тыш, күрше өлкә вәкилдәре лә ҡатнашты.  

Быйыл мөнәжәтселәр конкурсында 200-ләп кеше ҡатнашты. Саранан Силәбе өлкәһендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә  ситтә ҡалманы. Сосновка районының Әлеш һәм Табын ауылдары ағинәйҙәре ошо яҡтарҙа сыҡҡан мөнәжәттәр менән таныштырҙы.
Силәбеләрҙән айырмалы, Учалы районы мөнәжәтселәре араһында ир-егеттәр әүҙемлек күрһәтте. Хәйбулла мөнәжәтселәре тамашасыны жанрҙы яҡшы белеүе менән хайран итте. Ғөмүмән,  бәйге үҙенсәлекле  халыҡ ижады жанрының киң тарала барыуын күрһәтте. Күңелле кисә театрлаштырылған  тамашаны хәтерләтте.  
Ойоштороусылар фекеренсә, совет осоронда динде онотторорға тырышыу арҡаһында мөнәжәт жанры бер аҙ онотолған. Шуға ла йыш ҡына уны башҡа ауыҙ-тел ижады төрҙәре менән дә бутайҙар. Мөнәжәтселәр йыйыны иһә бындай етешһеҙлектәргә сик ҡуйырға тейеш.
Сибай ҡалаһының халыҡ ижады һәм ял үҙәгендә ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Асия Ғәйнуллина тарафынан ойошторолған бәйге үҙ маҡсатына иреште. Мөнәжәтселәр конкурсының төп призына eчалылар лайыҡ булды. Киләсәктә ойоштороусылар конкурсты республика кимәленә күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика