2020 йылда Башҡортостан Бөтә донъя фольклор байрамын ҡабул итәсәк 15.02.2016

Мәртәбәле сараға әҙерлек әле үк башланған. Башҡорт милли кейемдәрен, биҙәнеү әйберҙәрен тергеҙеү һәм пропагандалау маҡсатында республикала "Селтәр" конкурсы иғлан ителде. Яҙма Сибай сәнғәт колледжы ҡарамағындағы "Урал батыр" үҙәгендә ойошторолған оҫталыҡ дәресенән әҙерләнде.

Милли биҙәүестәрҙе тағып йөрөүҙән тыш, уның тәғәйенләнешен белеү ҙә мотлаҡ. Сибай ҡалаһы ағинәйҙәре оҫталыҡ дәрестәрендә биҙәүестәр эшләргә өйрәтеп кенә ҡалмай, уның нескәлегенә лә төшөндөрә. Шуныһы ҡыуаныслы, саранан йәш быуын да ситтә ҡалмай, халҡыбыҙҙың бай мираҫына ҡыҙыҡһыныу көслө.
Селтәр, хәситә, муйынса. Борон ул ҡатын-ҡыҙҙы һаҡлап тороусы ҡалҡан булған. Ул  мәрйен, көмөш тәңкәләр менән биҙәлгән. Оҫталыҡ дәрестәрен ойоштороусы Асия Ғәйнуллина әйтеүенсә, башҡорт селтәрендәге һәр биҙәккә тәрән мәғәнә һалынған.
Халҡыбыҙҙың боронғо биҙәүестәре заман зауығына ла тап килә. Селтәр таҡҡан гүзәл заттарҙы бөгөн ҙур байрамдарҙа, күркәм сараларҙа йыш осратырға мөмкин. Бының менән улар күркәмлекте,  халҡыбыҙ  рухиәтенә тоғролоҡ һаҡлай.

Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика