«Һылыуҡай-2015»

«Һылыуҡай-2015» 17.01.2015

Республикала иһә башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай-2015» гүзәллек бәйгеһенә әҙерлек башланды. «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмдә республика райондары һылыуҡайҙары өсөн асыҡ тауыш биреү бара.

Конкурста 16 йәштән 22 йәшкә тиклем ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Бәйгенең иң мөһим талабы -  тышҡы матурлыҡ менән бергә башҡорт телен белеү. «Һылыуҡай-2015» республика телевизион конкурсының һайлап алыу туры ҡалаларҙа февралдә, Өфөлә март башында үтә. Бәйгенең финалы иһә 10 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа. Быйыл «Һылыуҡай» 23-сө тапҡыр ойошторола. Ошо йылдар эсендә конкурста 200-ҙән ашыу ҡыҙ ҡатнашҡан, уларҙың күбеһе үҙ карьераһын реклама һәм модель бизнесында дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика