«Әсә» фильмы бөгөн киң прокатҡа сыға 26.02.2015

Башҡорт мифологияһы нигеҙендә төшөрөлгән кино таҫма республиканың һигеҙ ҡала кинотеатрында күрһәтеләсәк.

Кино төшөрөү сәнғәте ярайһы ҙур сығымдар талап иткән жанр. Шуға ҡарамаҫтан,  башҡорт милли фильмы тигән төшөнсә сәнғәт донъяһында үҙ урынын яулай бара. Режиссер Айнур Асҡаровтың ҡыҫҡа метражлы «Әсә» фильмы ла  оҙон ғүмерле булмаҡсы. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тамашасыла тәрән хистәр уятҡан фильмдың форматын белгестәр юғары баһалап өлгөрҙө лә инде.
Фильмда ваҡиғалар бала сағында әсәһе ташлап киткән ҡыҙ, әлеге ваҡытта үҙе ике игеҙ малай  әсәһе тирәләй бара. Бик күп дублдәрҙә төшкән артистар премьераға көнөндә генә тулы составта осрашты.  
40 минут самаһы барған картина бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Уңышлы сценарий, оператор һәм  рәссам эше, музыкал биҙәлеш тә башҡорт режиссерының сифатлы кино төшөрөүен иҫбатланы. Фильмдың сюжеты Саҡ менән Суҡ бәйетенә нигеҙләнгән. Ижади төркөмдөң маҡсаты кешелек донъяһын әсә ҡарғышынан ҡурсалау аша, һәләкәттән ҡотҡарыуҙыр, моғайын.    
26 февралдән фильм киң прокатҡа сыға. Өфөнән тыш, экран әҫәрен Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Белорет, Баймаҡ һәм Сибай тамашасылары ҡараясаҡ. Премьера сиктәрендә шулай уҡ, режиссер Айнур Асҡаровтың  «Еңмеш» һәм «Әсе бал» фильмдарын   күрһәтеү ҙә ҡаралған. Ә инде республиканың төп телеканалында «Әсә» фильмы премьераһы март айына тәғәйенләнгән.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика