«Хәйерле иртә, республика! » - был яғымлы һүҙҙәр менән коллегаларыбыҙ – «Сәләмдәр» тапшырыуҙың һәр сығарылышын башлай 02.10.2015

Иртә таңдан тороу, тура эфирҙа эшләү, саҡырылған ҡунаҡтар менән ҡыҙыҡлы әңгәмәләр ҡороу, мауыҡтырғыс рубрикалар, видеояҙмалар – «Сәләм»дең даирәһе йылдан-йыл киңәйә бара. 1995 йылдың 3 октябрендә старт алған проект.

Республика халҡын тәүге тапҡыр тура эфирҙан сәләмләү бәхете абруйлы алып барыусылар иңенә төшә. 20 йыл  элек телевидениела иртәнге тапшырыу булдырыу өсөн Рәсәйҙең рөхсәте, финанс ярҙам кәрәк була, етмәһә, айырым штат та юҡ, техника иҫке - әммә был ҡаршылыҡтарҙы коллегаларыбыҙ ғорур үтә.
Тамашасылар менән бәйләнеш тығыҙ була. Шылтыратыуҙарҙан тыш, хаттар күп килә. Һәр сығарылышта республиканың иң мөһим «яңылыҡтар»ы уҡыла. Бынан тыш, йондоҙнамә, йәнһүрәттәр, район-ҡалаларҙан репортаждарҙы халыҡ йылы ҡабул итә.
Программа өҫтөндә тәжрибәле коллектив эшләй. Хәрби режимда тиһәк, хата булмаҫ. Сөнки һәр иртә сыҡҡан тапшырыуҙы әҙерләр өсөн ҡара төнгә тиклем ҡалырға тура килә. Таң менән йәнә эштә булырға кәрәк. «Сәләм» ысын мәғәнәһендә ҡаһарманлыҡ мәктәбенә әүерелә. Эш бөгөн дә еңелдән түгел, тағы ла яуаплыраҡ.
Фаягөл Дәүләтйәрова ла һәр иртә республика халҡын сәләмләүе менән бәхетле. Телевидениеның тәьҫире көслө тигән ҡарашта ул. Ни тиһәң дә, йәшәү рәүешенә, ваҡытҡа ҡараш тиҙ үҙгәрә.
«Сәләм»дәр бөгөн дә һынатмай. Юғары «планка»ға ынтыла. Ҙур коллектив берҙәм һәм татыу эшләй. Шул уҡ ваҡытта район-ҡалаларға барып, тура эфирҙа тапшырыуҙар ойоштороу техниканың йылдам үҫешенә һәм кадрҙарға  бәйле. Әйткәндәй, бөгөн Конгресс-холда программаның юбилей тамашаһы ла концепциянан бер ҙә тайпылмай, тапшырыу форматында үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика