Әҙәбиәт йәне – мәҙәниәт 26.07.2014

Башҡортостанда быйыл көҙ 5 моделле мәҙәниәт усағының сафҡа инеүе көтөлә. Был Башҡортостанда раҫланған маҡсатлы  дәүләт программаһы сиктәрендә башҡарыла. Унда  башлыса ауыл ерендәге учреждениелар ҡатнашырға хоҡуҡлы. Башҡортостан мәҙәниәт министрлығының эшсе төркөмө ауыл мәҙәниәт усаҡтарын модернизациялау маҡсатында Ҡырмыҫҡалы районынына рәсми сәфәргә сыҡты.

Заманса эшләүҙе Прибельский ауылы мәҙәниәт йорто ла маҡсат итеп ҡуйған. Учреждение  республика конкурсында ҡатнаша. Был исемлектә шулай уҡ Ейәнсура һәм Илеш райондары, республиканың тиҫтәләп ауылдары ла бар. Ярыш һөҙөмтәләре сентябрь урталарына билдәле буласаҡ. Быға тиклем төрлө төбәк мәҙәниәт усаҡтары матди-техник базаһын яңыртыуға көс һала. Прибельскийҙа, мәҫәлән, тамаша залынан тыш, бина ҡыйығы ла төҙөкләндереләсәк. Заманса яҡтыртыу ҡоролмаларын урынлаштырыу ҙа күҙаллана.
Эшсе төркөм ауыл мәҙәниәт усаҡтарын модернизациялау маҡсатында Ҡырмыҫҡалының Ҡарламан, Шайморат һәм Илтирәк ауылдарында булды. Урындағы халыҡтың мәҙәни тормошо менән яҡындан танышты. Клубтарҙан тыш, китапхана, музейҙарын ҡарап сыҡты.
Илтирәк ауылы мәҙәниәт йортонда ла капиталь ремонт эштәре яйға һалынған. Урындағы халыҡ мордва әлифбаһын төҙөүсеһе Авксентий Юртовтың тыуына 160 йыллығын билдәләргә әҙерләнә. Түңәрәк дата уңайынан төбәктә республика мордва халҡы байрамы үтәсәк. Сара 30 августҡа тәғәйенләнгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика