Новости на башкирском

RSS
Бөгөн Башҡортостандың Милли музейында «Урта Азия халыҡтарының баш кейеме» тип исемләнгән күсмә күргәҙмә асылды
Проект көньяҡ илдәрҙә йәшәүсе милләттәрҙең милли көнкүрешен, йолаһын тәҡдим итеүе менән үҙенсәлекле. Экспозицияла 50-нән ашыу баш кейеме урын алған.
18 / 01 / 2017 256
Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылы оҫта шәл бәйләүселәр менән дан тота
Шуларҙың береһе  Зөлфиә Солтанғолова. Айырыуса ҡышҡы һалҡындарҙа оҫтаның мамыҡ шәлдәренә  һорау бермә-бер арта.
17 / 01 / 2017 257
Иглин районы Урман ҡасабаһында йәшәүсе Надежда Улимова 20 йыл буйы кртиналар сигә, уның өйө хәҙер музейҙы хәтерләтә
45 йыл рус теле уҡытыусыһы булып эшләгән ханым хаҡлы ялға сыҡҡас тик ултырыуҙы өнәмәй ҡул эштәренә тотонған. Элегерәк буш ваҡыт табып булмаһа, хәҙер төрлө ептәрҙән сәнғәт әҫәре тыуҙырыу төп шөғөлө.
17 / 01 / 2017 227
Мәҙәниәт усаҡтарына яңы һулыш
Быйыл «Берҙәм Рәсәй» партияһы «Төбәк мәҙәниәт йорто» проектын тормошҡа ашырыуҙы башлай. Программа биналарҙы ремонтлауға, мәҙәниәт учреждениеларының базаһын яҡшыртыуға йүнәлтеләсәк. Унда ҡатнашыу өсөн тәү сиратта ихтыяжды иҫбатлаусы документтар тупларға кәрәк. Проектҡа инеү хоҡуғына 50 меңгә тиклем халыҡ йәшәгән төбәктәрҙең мәҙәниәт усаҡтары дәғүә итә ала. Тәүгеләрҙән булып программаға Архангелдең Максим Горький ауылы клубы ингән.
16 / 01 / 2017 233
«Салауат Юлаевтан һорау алыу» картинаһы аукционға ҡуйылған
Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Алексей Кузнецовтың был күләмле эше майлы буяу менән яҙылған. Ярты быуат элек ижад ителгән әҫәрҙең һатыуға сығарылыуына социаль селтәрҙәрҙә  киң йәмәғәтселек  ризаһыҙлыҡ  белдерә.
16 / 01 / 2017 160
Әйткәндәй, был аҙна китап туйҙарына бай булды
Башҡортостанда ике тарихи баҫма донъя күрҙе. Тәүгеһе йәһүд теленә тәржемә ителгән «Урал батыр» эпосы булһа, икенсеһе башҡорттарҙа беҙ белгән ете түгел, ә байтаҡҡа күберәк ырыуҙар булыуын дәлилләүсе баҫма. Көньяҡ Урал башҡорттары тарихы айырым китап итеп баҫтырылды. «Башҡорт ырыуҙарының тарихы» проектының яңы томлыҡтарында Һальют, Терһәк, Һеңрән, Бәкәтин, Һырҙы, Шуран, Мәркәт, Ҡошсо, Һыҙғы, Өпәй ырыуҙары тарихы ташҡа баҫылды.
15 / 01 / 2017 227
Талантлы журналист та, тәжрибәле остаз да
Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, хөрмәтле коллегабыҙ Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы Йосопова үҙенең алтын юбилейын билдәләй. 90-сы йылдарҙа Мәскәү  дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлап ҡайтҡан белгес республиканың ижтимағи-сәйәси тормошо менән ҡайнап йәшәй, радио-телевидение үҫешенә тос өлөш индерә. «Сәләм» тапшырыуын ойоштороуҙа һәм алып барыуҙа ҡатнаша, «Ватан» программаһының алыштырғыһыҙ хәбәрсеһе була. Әле лә ул Башҡортостандың төп телеканалында «Яңылыҡтар» даръяһын гиҙеүен дауам итә.
14 / 01 / 2017 248
Баймаҡ районы ауыл биләмәләренең яңы йыл майҙансыҡтарын әҙерләү буйынса эшенә йомғаҡ яһалды
Уның һөҙөмтәләре буйынса Ҡолсора ауыл биләмәһе өсөнсө йыл рәттән Гран при яулаған. Уларҙы йыл йомғаҡтары йыйынында  ҡотлаясаҡтар.  
13 / 01 / 2017 259
Ижад өсөн сиктәр ҙә, кәртә лә юҡ
Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе Әхәт Нурушев ябай тауыҡ йомортҡаһынан сувенирҙар эшләй. Ул 14 йылдан ашыу тирә-йүндәгеләрҙе ҡул эштәре, картиналары менән ҡыуандыра.
11 / 01 / 2017 183
Рәсәй ҡурсаулыҡ системаһының 100 йыллығы уңайынан бөгөн Башҡортостандың Милли музейында «Республиканың ҡурсаулыҡ тәбиғәте» тип исемләнгән күргәҙмә асылды
Экология йылына арналған экспозицияла төбәктең гүзәл тәбиғәте менән танышырға мөмкин. Күргәҙмәлә башлыса «Башҡортостан» милли паркы пейзаждары тәҡдим ителә. Нөгөш, Йомағужа һыуһаҡлағыстары, Күперле шарлауығы кеүек тәбиғәт ҡомартҡылары фотоһүрәттәрҙә урын алған.
11 / 01 / 2017 231
Башҡорт Викингы Ейәнсура районынан
Яңы йыл алдынан Рәсәй кинотеатрҙарында «Викинг» тип аталған тарихи фильм премьераһы үтте. Кинотаҫма бер аҙна эсендә генә миллиард һум аҡса йыйҙы. Андрей Кравчук режиссерлығында төшөрөлгән киң масштаблы фильм үҙенсәлекле сюжет линияһы ҡоролошо менән генә түгел, каскадерҙар индергән өлөш менән дә көслө.
10 / 01 / 2017 374
Баш ҡалала рәссам Наил Латфуллиндың тыуыуына 65 йыл тулыу уңайынан хәтер кисәһе үтте
Уның ижадында милли әҙәбиәткә, фольклорға һәм донъя художество мәҙәниәтенә нигеҙләнеп яҙылған картиналар өҫтөнлөк итә. Күптәргә Наил Латфуллиндың исеме «Сыңғыҙхан» ижади берекмәһенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булараҡ таныш.
10 / 01 / 2017 182
Республиканың төп телеканалында Башҡортостандың 100 шәхесен асыҡлау дауам итә
Былтыр ноябрҙә старт алған телевизион проекттың маҡсаты - бер быуат эсендә республика үҫешенә тос өлөш индереүселәр араһынан иң-иңдәрҙе билдәләү.
09 / 01 / 2017 292
Өфөлә «Хәтер көҙгөләре» тип аталған күргәҙмә асылды
Проекттың маҡсаты ҡаланың тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлау. Күргәҙмәлә Өфөләге боронғо ағас йорттарҙың семәрләп эшләнгән тәҙрәләр тупланған. Проект авторҙары һүтелгән йорттарҙан ҡалған йөҙлөктәрҙе буяп, тәҙрәләрҙе көҙгөләргә алмаштырып, уларға яңы һулыш индерә.
09 / 01 / 2017 166
Баярин менән Баярыня баш ҡала халҡын Раштыуа байрамына йыйҙы
Иҫке стилдә ойошторолған фестиваль  боронғо православ йолаларға  таянып ойошторолдо.
07 / 01 / 2017 173
Бөгөн «Урал» галереяһында Обуховтар ғаиләһенең «Раштыуаға ҡапҡа» күргәҙмәһе асылды
Һаламдан картиналарҙы  Елена, Марина һәм Сергей Обуховтар  йыл буйы эшләгән. Күргәҙмә үҙәгендә һаламдан үреп һәм панно техникаһы менән башҡарылған – «Батша ҡапҡалары». Бында йылдың төп  символы- әтәс тә урын алған. Ҡош бер мең алты йөҙ ҡауырһындан тора.
07 / 01 / 2017 231
Салауат районының Миәшәгәр ауылында йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡул эштәренә оҫталыҡ берләштерә
Улар ауыл китапханаһы эргәһендә эшләп килгән «Калейдоскоп» түңәрәгендә шөғөлләнә. Аҙнаһына бер тапҡыр йыйылышып, ойоҡбаш, шәл бәйләй,  ҡулъяулыҡтар сигә. Оҫта ҡулдар районда үткәрелгән күргәҙмә-конкурстарҙа, ауыл һабантуйҙарында ла әүҙем ҡатнаша. Түңәрәк ағзалары йыл һайын 9 майҙа тыл һәм һуғыш ветерандарына кисәләр үткәреп, бүләктәр биреүҙе матур йолаға әйләндергән. Был изге эшкә улар йәштәрҙе лә йәлеп итә.
07 / 01 / 2017 204
Бөгөн «Ҡыш бабайға» хат республика акцияһына йомғаҡ яһалды
Ҡала үҫеше йәмәғәт фонды  ойошторған «Ҡыш бабайға хат» хәйриә проекты  ун дүртенсе  тапҡыр үткәрелә. Республика балалары быйыл  Ҡыш бабайға 3 меңдән  ашыу хат яҙған, уларҙың  мең ярымы еңеүсе тип табылған. Сарала 3 йәштән  башлап 13 йәшкә тиклемге мәктәп уҡыусылары ҡатнаша. Уның шарттарына ярашлы,  улар изге һәм файҙалы эштәре, хыялдары тураһында һөйләй.  
06 / 01 / 2017 301
Салауат районы Малаяҙ ауылында йәшәүсе ҡул эштәре оҫтаһы Физа Мөхәмәтйәнова ябай ғына энә һәм еп ярҙамында гүзәллек тыуҙыра
Физа Мөхәмәтйәнова элегерәк фото, һүрәт төшөрөү менән мауыҡһа, хәҙер ап-аҡ ҡульяулыҡтарға  картиналар сигә. Оҫтаның бай фантазияһы, тырышлығы ысынлап та, һоҡландыра, мөһабәт биналарға ҡарап үҙеңде ҡала урамынан уҙып барғандай тояһың. Ул иғтибарлыҡ талап иткән шөғөлгә яҡындарын да өйрәтә.
04 / 01 / 2017 294

Страницы: 1 2 3 4 5 ... 83 След.
Календарь новостей