Ҡыйғы районында 3 йәштән өлкәнерәк балаларға мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһынан урын алыуға сират тулыһынса бөтөрөлгән 23.11.2016

Республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәген комплекслы үҫтереү программаһына ярашлы 2013 йылда Үрге  Ҡыйғыла 110 урынлыҡ балалар баҡсаһы сафҡа инде.

Үрге Ҡыйғылағы бишенсе «Шатлыҡ» балалар баҡсаһында сабыйҙарҙың  сәләмәтлеген нығытыуға ҙур иғтибар бүленә. Бының өсөн бөтә шарттар бар.Спорт кәрәк-яраҡтары менән мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы тулыһынса йыһазландырылған.
Икенсе бүлмәлә кескәйҙәр Яңы йыл байрамына йыр өйрәнә. Музыка һәм спорт залының айырым булыуы  уңайлы,ти тәрбиәселәр. Балалар баҡсаһының матди-техник базаһы юғары кимәлдә.  
2013 йылда сафҡа ингән мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы мең ярым квадрат метр майҙанды биләй.Ул ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә республика ҡаҙнаһынан бүленгән сығымдарға төҙөлгән. 110 балаға иҫәпләнгән ике ҡатлы кирбес бина заман талаптарына яуап бирә. Юғары квалификациялы кадрҙар тупланған,тәрбиә программаларын мөдир Дилбәр Ильясова етәкселегендә утыҙҙан ашыу педагог тормошҡа ашыра.
Төбәктә ҡырҡтан ашыу балалар баҡсаһы эшләп килә.Яңыһы өс йәштән ете йәшкәсә сабыйҙар араһында мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына сират мәсьәләһен тулыһынса хәл иткән.
Аш-һыу бүлмәһе яңы санитар нормаларға яраҡлаштырылған. Йәшелсәнән,иттән һәм башҡа төр продукттарҙан ризыҡ әҙерләү бүлектәре айырым урынлашҡан.Аҙыҡты икенсе ҡатҡа ташыу өсөн лифт эшләй.
Хәүефһеҙлек саралары ла юғары кимәлдә ойошторолған.  Баҡса эсендә һәм уның тирәләй  ун алты видеокүҙәтеү ҡоролмаһы беркетелгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика