Юғары уҡыу йорттарында нисә йыл уҡырға? 18.12.2016

Михаил Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ректоры Виктор Садовничийҙың белдереүҙәренә туҡталам. Мөғәллим әйтеүенсә, юғары уҡыу йорттарында дүрт йыллыҡ  уҡыу алымына күсеү хата булды. Рәсәйҙә лә ҡайһы бер көньяҡ университеттарындағы кеүек биш, алты йыл уҡырға тейештәр. Юҡһа, юғары  уҡыу йорттары һөнәри училищелар кимәленә ҡалды, ти ул. Уларҙы тамамлаған студенттар ҙа төрлө ҡаршылыҡтарға тап була.

Руслан Сәлихов атаһын Ҡытайҙа төшкән фотоһүрәттәре менән таныштыра. Башҡорт дәүләт университеты аша сит илдә бер йыл дауамында тел өйәрнеү буйынса белемен камиллаштырып ҡайтҡандан һуң, егет магистратураны Ляонин университетында дауам итергә була. Бөгөн ул Шеньян ҡалаһында «Донъя иҡтисады» йүнәлеше буйынса уҡый.
ШОС һәм БРИКС саммиттарынан һуң илдәр араһында студенттар менән алмашыу өлкәһендә  хеҙмәттәшлек ептәре нығый. Был йәһәттән вуздарҙа уҡытыу системаһының бакалавриат менән магистратураға бүленеүе лә ҡулай,-ти айырым белгестәр.
Рәсәй  Болон процессына ун өс йыл элек ҡушылған булһа ла, Башҡортостан университеттарында биш йыллыҡ уҡытыуҙан күпкә һуңыраҡ баш тарттылар. Европа илдәре араһында берҙәм мәғариф киңлегенең төҙөлөүе, тәү сиратта, студенттарҙың мобиллеген арттырыуға йүнәлтелгән. Әлегә был мәғариф процесында донъяның 45 иле ҡатнаша.
Кристофер Льюис, Глиндер университеты профессоры /Бөйөк Британия/: «Болон системаһы буйынса Бөйөк Британияның барлыҡ вуздары ла эшләй. Уға ярашлы, студенттар ирекле рәүештә белем алыуҙы башҡа вуздарҙа дауам итә ала, уҡытыласаҡ фәндәрҙе лә үҙҙәре һайлайҙар. Бакалавриат һәм магистратура йәштәрҙе үҙаллылыҡҡа өйрәтә тигән ҡараштамын».
Болон системаһында бакалавр дәрәжәһен  өс-дүрт йылда алырға мөмкин. Был осор эсендә студенттар тик дөйөм белем алып ҡына өлгөрә, Совет осоронда барлыҡҡа килгән биш йыллыҡ уҡытыу ваҡытының ҡыҫҡартылыуы - хаталы аҙым,- ти иҡтисадсы Илдар Ғәбитов.
Юғары белем биреүҙең ике баҫҡыслы системаһы йәштәргә профессиональ әҙерлек кимәлен күтәреү мөмкинлеген бирә. Бакалавриаттан һуң магистратурала икенсе йүнәлеш буйынса уҡырға инергә була. Шулай ҙа күптәр өҫтәмә яңы дәрәжә алыуҙан баш тарта.
Теләк бар ҙа ул, ә эш биреүселәр бакалавр дипломын лайыҡлы баһалаймы һуң? Ә бит күптәр йәштәрҙе тулы булмаған  юғары белем алғанһың тип кире бора. Йәғни, бындай белгестәрҙе техникум, колледж кимәлендәгеләргә төшөрәләр. Розалиә Хәмиҙуллинаға был йәһәттән уңыш йылмайған. Яңы ғына уҡыу йортон тамамланған ҡыҙ гимназияла уҡытыусы булып эшләгән арала магистратурала икенсе профиль буйынса белемен камиллаштыра.
Яңыраҡ Мәскәү дәүләт университеты ректоры Виктор Садовничий ҙа Болон системаһынан баш тартырға саҡырҙы. Был вуз үҙаллы уҡытыу стандарттарын, программаларын үҙгәртә ала. Әммә Башҡортостан юғары уҡыу йорттарына бындай хоҡуҡ бирелмәгән. Биш йыллыҡ уҡытыуға ла кире ҡайтып булмаҫ, ахыры.  Тимәк, ике баҫҡыслы белем биреү стандарттарын камиллаштырырға ғына ҡала.
Раил Әсәҙуллин, Башҡортостан вуздарының ректорҙар советы  рәйесе, М. Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры: «Бакалавриаттан һуң йәш белгестәрҙе айырым сәнәғәткә әҙерләр өсөн өҫтәмә белем биреү программалары ла булырға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был идея тулыһынса тормошҡа ашырылманы. Шуға күрә, бөгөн беҙ сығырылыш курстарға медицина вуздарының уҡытыу программаларын нигеҙендә, педагогия йәки инженер интернатураларын үтергә тәҡдим итәбеҙ».
Илдәге иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ арҡаһында юғары уҡыу йорттарында уҡыу ҙа ҡиммәткә төшә башланы. Бигерәк тә, магистратура ла хаҡтар тешләшә. Бюджет урындары юҡ кимәлендә. Киләсәктә етешәр йыл буйы түләп уҡып, белем тауына үрләргә теләүселәр булырмы һуң? Икеле, әлбиттә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика