Яңы уҡыу йылына Белоретта тулыһынса төҙөкләндерелгән белем усағы сафҡа инде

Яңы уҡыу йылына Белоретта тулыһынса төҙөкләндерелгән белем усағы сафҡа инде 02.09.2014

Ҡаланың 1-се мәктәбе - бай тарихлы, алдынғы педагогик коллектив туплаған учреждение. Республикалағы иң боронғо мәктәптәрҙең береһе 1937 йылда асылған.

Төҙөкләндереү ике йыл дауамында барған. Уның сиктәрендә мәктәптең иҫке бинаһы яңыртылған, шулай уҡ башланғыс синыфтар өсөн айырым бина, ике йылы үткәүел һәм спорт залы төҙөлгән. Бөтә кабинеттар заманса йыһазландырылған. Бынан тыш, йыл аҙағында мәктәп бассейны ла әҙер буласаҡ. Уның оҙонлоғо - 25 метр. Яңы комплекс уҡыусыларҙың сәләмәтлеген нығытыуға булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, бында яңы чемпиондар ҙа тәрбиәләнер, тип ышана мәктәп етәкселеге. Яңыртылған белем усағы уҡытыу кимәлен тағы ла юғарыраҡ күтәрер тип көтөлә.
Марина Саранцева, Белорет районының мәғариф идаралығы етәксеһе: «Бөгөн беҙҙең өсөн әһәмиәтле ваҡиға - беренсе мәктәптең асылыуын ике йыл буйы көттөк. Төҙөкләндергәндән һуң ул ныҡ үҙгәргән, хатта танырлыҡ түгел. Бигерәк тә башланғыс кластар блогы иҫкергәйне. Бөтәбеҙ ҙә шат. Беренсе синыфҡа уҡыусылар күп килгән. Яңы үрҙәр, еңеүҙәр яуларға ғына ҡала».
Шарандың 1-се мәктәбендә лә белем көнө тантаналы шарттарҙа үтте. Белем усағында быйыл 700-гә яҡын бала уҡыясаҡ, 60 бала беренсе класҡа килгән. Мәктәп яңы уҡыу йылын уңыштар менән ҡаршы ала. Ике уҡытыусы Президент грантына лайыҡ булған, алты балаға «Һәләтле балалар» фонды гранты бүленә. Уҡыусыларҙы шәхес итеп тәрбиәләү өсөн мәктәптә шарттар булдырылған. Балалар, уҡыуҙан тыш, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку