Йәрмәкәй районында балаларҙың йәйге ялы ойошҡан үтә

Йәрмәкәй районында балаларҙың йәйге ялы ойошҡан үтә 25.07.2015

Район биләмәләрендәге 18 мәктәптең һәр ҡайһыһында көндөҙгө лагерҙар эшләй. Йәй айҙарында унда  600-ҙән ашыу үҫмерҙе йәлеп итеү күҙаллана. Уҡыусылар шулай уҡ райондың  балалар һауыҡтырыу лагерында ла ҙур теләк менән ял итә.

Йәрмәкәй районының  балалар һауыҡтырыу лагерында сираттағы смена тамамланырға тора. 21 көн дауамында  республиканың ,,Шаяндар һәм отҡорҙар,, төбәк ойошмаһы ағзалары һәм тәжрибәле вожатыйҙар малай-ҡыҙҙарҙың һүҙ оҫталығын камиллаштырған, уларҙы көләмәстәр ижад итергә, сәхнәлә сығыш яһарға өйрәткән . Сменаны йомғаҡлау көнө өлкәндәрҙең тырышлығы бушҡа үтмәүен күрһәтте.
Быйыл лагерҙа профилле сменалар ойошторола. Тәүге смена  хәрби-спорт йүнәлешендә үткән. Ә инде шаяндар һәм отҡорҙарға алмашҡа ошо көндәрҙә йәш  экологтар килә. Йәй дауамында 7 йәштән 15 йәшкә тиклемге 165 баланың һаулығын нығытыу күҙаллана. Бында райондан ғына түгел, Өфөнән һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән балалар ҙур теләк менән ял итә.
Район үҙәгендәге урта мәктәптең көндөҙгө лагерында ла йәйге каникулға ҡарамаҫтан, тормош гөрләп тора. Уҡыусылар йәйге ялын күңелле һәм файҙалы итеп уҙғара. Мәктәп баҡсаһында йәшелсә, еләк-емеш үҫтерә.  
Быйыл районда балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға муниципаль бюджеттан 200 мең, республиканан 2 миллион 900 мең һумға яҡын аҡса бүленгән. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балаларға ял-һауыҡтырыу лагерына юлламалар бушлай бирелгән.  Бюджет һәм бюджеттан тыш ойошмалар хеҙмәткәрҙәре балаларына 90 һәм 50 процент күләмендә ташлама яһалған.  
Гөлдәриә Йосопова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика