«Ворлдскилс Рәсәй» чемпионатының республика этабы еңеүселәре асыҡланды

«Ворлдскилс Рәсәй» чемпионатының  республика этабы  еңеүселәре асыҡланды 12.02.2018

Алтын миҙал яулаусы 37 йәш һөнәрмән  Рәсәй кимәлендә Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.

Донъя кимәлендә үткәрелгән был сара эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреүҙе, йәштәргә һөнәри йүнәлеш биреүҙе маҡсат итеп ҡуя. Быйыл ярыш 37 йүнәлеш буйынса үтә. Был алдағы йылға ҡарағанда бишәүгә күберәк. Республика башлығы  ойоштороусыларға киләсәктә төбәк этабына индерелгән төрҙәр һанын 60-ҡа тиклем еткереү бурысын да ҡуйҙы. Педагогтар әйтеүенсә, чемпионат йәштәр өсөн бик кәрәкле һәм әһәмиәтле. Ул кимәлде үҫтереү, тәжрибә уртаҡлашыу, яңы технологияларҙы үҙләштереү алымы булып тора.
Һәр бер ярыш төрөндә өс еңеүсе билдәләнде. Алтын миҙал яулаусылар алдында Рәсәй кимәлендәге ярышҡа сыға, унда ла еңеү яулаусыларҙы  донъя этабы көтә. Ҡатнашыусылар фекеренсә,  чемпионатта ҡатнашыуҙы һөнәри  оҫталыҡ мәктәбе тип әйтергә мөмкин. Сөнки республиканың төрлө  һөнәрселек уҡыу йорттарынан килгән иң көслө студенттар менән көс һынашырға тура килә. Бында һайлаған һөнәреңде теоретик һәм практик яҡтан белеү ҙә, тиҙ фекерләү һәләте лә,  матурлыҡты тоя белеү ҙә мөһим.  Мәҫәлән, плиткә һалыусылар Мәскәү соборын, төҙөүселәр кирбестән Рәсәй байрағын эшләгән, ә автомеханиктарҫа техниканы яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләргә тура килгән. Иң күңелле  флористарҙа, улар яҙ һәм туй гөлләмәләрен йыйған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку