Уның архивында 11 телдә яҙылған документ бар

Уның архивында 11 телдә яҙылған документ бар 17.05.2016

Төрки донъяһында танылған ғалим, мәғрифәтсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тыуыуына - 175 йыл. Бөгөн  баш ҡалала Рәсәй мәҙәниәтендә киң билдәле мәғрифәтсенең фәнни һәм ғилми мираҫына арналған  халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте.  Тел, дин, әҙәбиәт һәм халыҡтың белемен үҫтереү буйынса оло хеҙмәттәр ҡалдырған. ғалимдың күп фекерҙәре бөгөнгө көн менән дә ауаздаш.

Уның хеҙмәттәрен Мәскәү, Санкт-Петербург архивтарында табырға мөмкин. Әммә, ғалимдың алты томдан торған архивы Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендә һаҡлана.
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың фондында бығаса донъя күрмәгән, тикшерелмәгән, йәғни, ғилми әйләнешкә инмәгән документтар бар. Оло әҙипте өйрәнгән ғалимдар мәғрифәтсенең хеҙмәттәренең әле 80 проценты өйрәнелмәгән тип билдәләй. Конференцияла ҡатнашыусылар уны «Беҙҙең замандашыбыҙ», тип тә телгә алды. Был һүҙҙәр мәғрифәтсе өсөн иң юғары баһа.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика