Улар донъяны ишетергә тейеш! 20.04.2017

Бөгөн  ишетеү һәләте насар булған балаларға психологик һәм педагогик ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үткән ғилми-ғәмәли конференцияла тикшерелде. Республикалағы берҙән-бер махсуслаштырылған балалар баҡсаһында бөгөн ике йәштән ете йәшкәсә сабыйҙар тәрбиәләнә. Тик кесе йәштәге малай-ҡыҙҙарға иҫәпләнгән  баҡса ҡарамағындағы хеҙмәткә ҡалала йәшәүселәр генә килә ала.

Биш йәшлек Сафия өҫтөнә кейгән күлдәгенең матурлығын һүҙ менән әйтеп аңлата алмай, ә таҡталағы башҡа һүҙҙәре асыҡ ишетелә. Был тәрбиәселәрҙең бала менән өс йыл шөғөлләнеү һөҙөмтәһе. Дактиль алфавитын ҡыҙҙар-малайҙар өс йәштән өйрәнә.
Ишетеү һәләте насар булған балалар өсөн махсуслаштырылған берҙән-бер мәктәпкәсә учреждениела бөгөн район-ҡалаларҙан йыйылған 42 бала тәрбиәләнә. Уларҙы донъяны танып-белеүҙә кәмселектәре бер булған кеүек, бәләкәй уңыштары ла уртаҡ, ти хеҙмәткәрҙәр. Шуға ла сабыйҙар балалар баҡсаһында  бер ғаилә кеүек  йәшәй.
1947 йылда балалар йорто булараҡ төҙөлгән бина 2012 йылда баҡса итеп үҙгәртелә. Бында тәрбиәләнеүселәр йәмғиәттә үҙҙәренең урынын таба алһын өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған.
Баҡса нигеҙендә 2014 йылдан ишетеү һәләтенән мәхрүм  балаларға кесе йәштән ярҙам итеү хеҙмәте лә эшләп килә. Унда 11 айҙан ике йәшкәсә алты бала шөғөлләнә. Учреждение етәкселеге, был төркөмдө ойоштороуҙы кәрәк тип таба, сөнки тап ошо осорҙа баланың телмәре, тауыш үҫеше өсөн  иң мөһим мәл, ти белгестәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика