Һуңғы биш йылда Ишембай районында мәктәпкәсә учреждениеларға сиратты кәметеү маҡсатында өҫтәмә мең урын булдырылған, сентябрь башында ғына өс балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылған

Һуңғы биш йылда Ишембай районында мәктәпкәсә учреждениеларға сиратты кәметеү маҡсатында өҫтәмә мең урын булдырылған, сентябрь башында ғына өс балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылған 29.09.2016

Фәүриә Тимерғәлина кескәйҙәр менән уртаҡ тел табырға тырыша. Уразбай ауылында урта дөйөм белем биреү учреждениеһы башланғыс мәктәпкә ҡалдырылғас, уҡытыусы ҡыҫҡартыуға эләгә, әммә эшһеҙ оҙаҡ ултырырға тура килмәй. Белем усағы буш тормаһын өсөн бинаның бер өлөшөндә балалар баҡсаһы ойошторола.

Сентябрь башында балалар баҡсаһы Юғары Этҡол ауылы мәктәбенең филиалы булараҡ асыла. Социаль объектты  реконструкциялау өсөн сығымдар күп талап ителмәй - муниципаль бюджеттан алты йөҙ мең һум аҡса бүленә. Әле мәктәпкәсә учреждениеға туғыҙ малай-ҡыҙ йөрөй.
«Реаль эштәр» проекты сиктәрендә «Шатлыҡ» балалар баҡсаһында уйын майҙансығы булдырыла. Тирә-яҡты йәшелләндереү эштәре башҡарыла. Был йәһәттән быйыл Әптек ауылында йәшәүселәргә лә бәхет йылмая.
Малай-ҡыҙҙар яңы шарттарҙа тәрбиәләнеүгә әле өйрәнә генә. Мәктәпкәсә учреждение ауылдың социаль-мәҙәни үҙәгендә ойошторола. Быға тиклем был бүлмәләрҙә фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләгән. Хәҙер аҡ халатлылар бинаның икенсе өлөшөндә ҡабул итә.
Барлыҡ заман талаптарына яуап биргән балалар баҡсаһы асылыу менән ауылдың йәш белгестәренә лә эш урындары булдырыла. Кескәйҙәр өсөн бында төрлө түңәрәктәр эшләй. Музыкаль ҡоралдарҙа ла уйнарға өйрәнәләр.
Кескәйҙәр, ысынлап та, бында рәхәтләнеп йоҡоһон туйҙыра. Тамаҡтары туҡ, ҡараулы булғандарына ата-әсәләре лә һөйөнөп бөтә алмай. Улар ҙа был социаль объектты төҙөкләндереүҙә әүҙемлек күрһәтә.
Ишембай районында хәҙер мәктәпкәсә учреждениеға сират бөтөнләй юҡ тиергә мөмкин. Яңыраҡ Бәрҙәшле ауылында ла балалар баҡсаһы асыла. Ул да ауыл үҙәгендә урынлашҡан ташландыҡ бинаны реконструкциялау һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика