Туймазы ҡалаһының 8-cе урта мәктәбендә француз ҡыҙы Ирен Лескан рус телен камиллаштырған 01.12.2015

Өс ай дауамында һәләтле ҡыҙ рус теле буйынса һөйләшеү-аралашыу тәжрибәһенә өҫтәп, урындағы халыҡтың мәҙәниәтен өйрәнгән, милли аш-һыуҙарын тәмләп ҡараған.

Заман йәштәренә телдәрҙе белеү бик мөһим. Туймазы ҡалаһының  8-се мәктәбенә йыйылыусы уҡыусылар быға тағы ла бер тапҡыр инанды. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар: «Сит телдәрҙе белергә теләүселәр  иң башта әсә телен  өйрәнергә тейеш» тигән фекергә килде. Быға тиклем инглиз, француз, испан телдәрендә аралашыусы   Ирен ҡыҫҡа ваҡыт эсендә  русса иркен һөйләшә алыуы менән бөтәһен дә ғәжәпләндерҙе.
Ирен Лескан рус телен камиллаштырғас, ҡытай һәм ғәрәп телдәрен өйрәнергә теләй. Рәсәйҙә ул тәүге тапҡыр. Башҡортса сәләмләшергә лә өйрәнгән.
Француз ҡыҙы Ирен Лескан тиҫтере Анастасияның ғаиләһендә йәшәй. Ғаилә ҡунаҡҡа йәшәү һәм аралашыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырған.
Анастасия Булыгина,  Туймазы ҡалаһының 8-cе мәктәбе уҡыусыһы: «Мин Ирен менән ныҡ дуҫлаштым. Ул беҙгә сит телдәрҙе өйрәнеү буйынса махсус программа сиктәрендә килде. Әхирәтем алсаҡ һәм телдәргә һәләтле ҡыҙ. Беҙ уның менән рус, инглиз, испан телдәрендә аралаштыҡ. Йәй мин дә  Францияға ҡунаҡҡа барасаҡмын».
Туймазы ҡалаһының  телдәр өйрәнеүгә әүәҫ уҡыусылары өсөн бындай түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыу аралашыу тәжрибәһен генә арттырмай, дуҫлыҡ ептәрен дә нығыта. Әйткәндәй, Туймазы үҫмерҙәре татар теле буйынса бөтә донъя олимпиадаһында ла ҡатнашҡан.
Теге йәки был  дәүләттәр һәм халыҡтар араһында дуҫлыҡ ептәре, алыш-биреш, мәҙәни бәйләнештәр булдырғанда телдәрҙе белеү һәм өйрәнеү бик мөһим. Туймазылар  был өлкәлә беренсе. Киләсәктә лә рус телен һәм Башҡортостан халыҡтарының мәҙәниәтен, рухи донъяһын өйрәнергә теләүсе сит ил студенттары менән аралашыу тағы ла юғарыраҡ кимәлдә  дауам итәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика