Тағы ла күпме көтөргә?

Тағы ла күпме көтөргә? 24.10.2014

Был һорау Өфөнөң Калинин районында урынлашҡан 51-се мәктәп уҡыусыларын һәм  ата-әсәләрҙе борсой. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ике йыл элек мәғариф учреждениеһының бинаһы емерек хәлдә булғанға унда уҡытыу тыйылды. Ә уҡыусылар икенсе мәктәптәргә күсерелде.

Ата-әсәләр балаларының икенсе мәктәпкә йөрөп уҡыуы күп уңайһыҙлыҡтар тыуҙырыуына зарлана. Шуға ла ялыу менән төрлө ведомстволарға мөрәжәғәт иткән. Уҡыусылар мәктәпкә барып еткәнсе үҙҙәренең һаулығын һәм ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя, тигән фекерҙә улар. Етмәһә, белем усаҡтарында урын булмағанлыҡтан балалар ике сменала уҡырға мәжбүр.    
Татьяна Шанина, әсә: «Киске сәғәт алтыла балалар өс туҡталышты йәйәү ҡайта. Инорс - тыныс булмаған район. Шуға ла балаларыбыҙ өсөн ныҡ борсолабыҙ».
Мәсьәлә махсус ултырышта ҡаралды. Һүҙ  51-се мәктәптең бинаһы төҙөкләндереүгә яраҡһыҙ  булыуы тураһында барҙы. Ҡала хакимиәте уның урынына яңы комплекс төҙөү тураһында ҡарар сығарған. Унда мәктәп, балалар баҡсаһы һәм һауыҡтырыу үҙәге буласаҡ. Бинаны төҙөүгә күп финанс сығымдар һәм ваҡыт талап ителә.  Комплекс мәктәптәрҙә урын етмәү проблемаһын да хәл итер тип күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика