Сибай ҡалаһында ғаиләләргә һәм балаларға социаль ярҙам күрһәтеү буйынса көньяҡ  көнсығыш төбәк ара үҙәк хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренен эшенә йомғаҡ яһаны 07.03.2017

Ул Сибай приютынын ун биш   йыллығы менән тура килде. Ошо йылдар эсендә был социаль учреждение менәрләгән балаға үҙ йылыһын биргән һәм ярҙам ҡулы һуҙған.

Өфө шарттарывна яҡын йылылыҡ, бөтә ерҙә таҙалыҡ һәм матурлыҡ. Эскән ата әсәләр, аслы туҡлы йәшәүҙән арығна һәм һалҡын, бысраҡ йорттарҙан килгән сабыйҙар ошонда төйәк таба. Приютта нисек кенә яҡшы булмаһын, балаларҙын барыһы ла тыуған ауылдарын , ғәзиз кешеләрен һағынып йәшәй һәм ҡайтырға өмөтөн бер ваҡытта ла өҙмәй.
Приют улар өсөн ваҡытлыса йәшәү урыны. Өс ай эсендә был балаларҙын әсәләре айыҡ тормош юлына басып йә килеп ала, йә бөтөнләй онота. Ул саығнда приют балаларҙы уллыҡҡа биреү мәсьәләһен хәл итә башлай. Социаль учреждение бөгөн медицина, хоҡуҡи, реабилитация, психолог ярҙамы ла күрһәтә.
Бына ошо эштәрҙен барыһы  менән дә ғаилә һәм балаға ярҙам итеү үҙәге шөғөлләөнә. Уларҙын бүлексәләре республикала күп, ә Урал арьяғындағы үҙәге Сибайҙа урынлашҡан. Бөгөн ул Баймаҡ, ейәнсура, Хәйбулла. Йылайыр, Әбйәлил райондарын да берләштерә.
Эльвира Сафина, көньяҡ көнсығыш төбәктәрҙә ғаилә һәм балаларға социль ярҙам күрһәтеү үҙәге етәксеһе: «Баймаҡ районының опека һәм поппечителлек бүлеге уңышлы эшләп килә. Бөгөн мин был үҙәкте барыһына ла үрнәк итеп ҡуйҙым. Урындағы хакимиәт тә уларҙың эшмәкәрлеген юғары кимәлдә баһалар тип ышанам».
Бөгөн Баймаҡ районыныда ғына үҙәктә эшләгән һәр белгескә егерме ауыл тура килә. Төбәктә йөҙ ҙә иллегә яҡын ғаилә исәптә тора. Хәҙер тормош шарттары енеләйһә лә, ҡыҙғанысҡа, ауыр хәлдә ҡалған социаль ғаиләләр һаны арта бара. Быға күп осраҡта ғаиләлә эскән катынҡыҙ сәбәпсе, ти белгестәр
Социаль ғаиләләр проблемаһы бөгөнгө йәмғиәттен ин йәмһеҙ күренештәренен береһ. Үкенескә, ошондай приюттар бер ҡасан да буш тормай. Бөгөн ике сабый өйөнә ҡайтһа, иртәгә тағы өс баланын килеүе мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика