«Республикам минең» әҙәби конкурсына йомғаҡ яһалды 18.03.2016

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йортонда үтте.  Уҡыусыларҙы билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, әҙиптәр, мәғариф министрлығы белгестәре тәбрикләне.  

Конкурстың төп маҡсаты   тыуған төйәгебеҙгә һөйөү-ихтирам тәрбиләү, ҡәләм тирбәткән  уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү тип билдәләнгән.  Ижади бәйгене ойоштороу тәҡдимен Дәүләт йыйылышы-ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова күтәреп сыҡты. Ул  билдәүенсә, элек күп кенә йәйге лагерҙарҙа йәш хәбәрселәр өсөн  төркөмдәр ойошторола, ижади түңәрәктәр эшләп килгән. Бөгөн дә балаларҙа әҙәбиәткә, китапҡа һөйөү уятыу өсөн ошо тәжрибәне ҡулланыу мотлаҡ, тине Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы. Конкурсҡа республиканың төрлө райондарынан 300-ҙән ашыу эш килеүе һәләтле балаларҙың күплеген тағы бер тапҡыр иҫбатлай.  Хикәйә, шиғыр, әкиәттәрҙе уҡыусылар туған телендә яҙған.
Уҡыусылар тиҫтәләгән номинация буйынса үҙ көсөн һынап ҡараған.   Еңеүселәр  төрлө йәш категориялары араһында айырым билдәләнде.  Уларға иҫтәлекле бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Беренсе урынды яулаусылар йәйге каникулдарҙа «Йәйләү» лагерында ял итәсәк.   Күп уҡыусылар үҙҙәренең тыуған төйәге,  фиҙаҡәр хеҙмәтттәре менән йәшәйешебеҙҙе биҙәгән данлыҡлы яҡташтары хаҡында яҙған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика