Республика йәштәре нанотехнологиялар киләсәгенә нигеҙ һала 13.10.2015

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педогогия университеты аспиранттарының оло ҡаҙанышы  нефть тармағы, агросәнәғәт һәм завод-фабрикаларҙың ҡалдыҡ һыуҙарын таҙартыу өсөн ҡулайлашҡан. Шулай уҡ шыйыҡсаны ҙур миҡдарҙа үҙенә һурыусы бындай гидрогелдәр баҡсасылар өсөн дә файҙалы булмаҡсы.

Бәләкәй генә полимер киҫәктәре тәү ҡарашҡа ғына ябай күренә. Әммә уны уйлап сығарыу өсөн  йәш химиктарға  байтаҡ ваҡыт  баш ватырға тура килгән. Төрлө өлкәләргә тәғәйенләнгән бындай асыштырҙы тәү сиратта ауыл хужалығында киң ҡулланырға мөмкин. Айырыуса ул баҡсасылар өсөн әһәмиәтле, булыр тип көтөлә. Сөнки үҙенә ҙур миҡдарҙа һыу һыйҙырған гидрогелде үҫемлектәр аҫтындағы тупраҡҡа һалыу ҙа етә. Бынан һуң инде хужабикәләргә бер ай самаһы һыу ҡойоуҙо оноторға ла мөмкин.    
Аспиранттарҙың хеҙмәт емешен башҡа өлкәләрҙә лә  индеререү ҡарала. Әммә бының өсөн иң беренсе һынау үткәреү мөһим.  Шуның өсөн әле гербицидтар институты менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла. Атап әйткәндә, полимер киҫәктәре ярҙамында боҙолған тупраҡты аяҡҡа баҫтырыу, йәғни ерҙең уңдырышлығын арттырыу мәсьәләһе өйрәнелә.
Эске һәм тышҡы баҙарҙарҙа конкуренция киҫкенләшкән шарттарҙа бәләкәй генә лабораторияла бындай асыштар яһау ысын мәғәнәһендә оло ғорурлыҡ. Уларҙы күпләп етештереү өсөн сеймалды ҡайҙандыр ситтән ташыу талап ителмәйәсәк. Сөнки кәрәкле полимерҙарҙы республика заводтарында күпләп сығарырға мөмкин. Тимәк, йәш химиктарҙың оло ҡаҙанышы рентабелле булыуы менән айырылып торасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика