Республика мәктәптәрендә ремонт эштәре тамамлана

Республика мәктәптәрендә ремонт эштәре тамамлана 04.08.2015

Ошо көндәрҙә белем биреү учреждениелары күҙәтеү органдары тикшереүен үтергә тейеш.

Башҡортостанда  барлығы 3 мең ярымға яҡын мәктәпкәсә учреждение, мәктәп һәм профессиональ белем биреү ойошмалары эшләй. Уларҙың күптәре тиҫтә йылдар элек һалынған, шуға ла эстән дә, тыштан да капиталь ремонт талап итә. Өфөнөң 85-се мәктәбендә аҙыҡ-түлек блогы проекты үҙгәртелә, яңы елләткестәр һәм башҡа ҡорамалдар урынлаштырыла. Ашханала биҙәү эштәре бара. Янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләһенә лә иғтибар ҙур.  Ай дауамында яңы шкафтар ҡуйырға, янғын һүндергес баллондарҙы алыштырыу ҡаралған. Мәктәптең оҫтаханалары ла яңыртыла.  
Лариса Иванова, Өфөнөң 85-се мәктәбенең технология уҡытыусыһы: «Ҡыҙҙар өсөн тегеү һәм кулинария оҫтаханалары ремонтланды. Егеттәргә балта эштәре һәм иретеп йәбештереү серҙәрен үҙләштереү мөмкинлеге була. Ритмика өсөн дә махсус класс эшләнек».
Ағиҙел ҡалаһында ремонт бер юлы ике мәктәптә һәм балалар баҡсаһында алып барыла.
Бында яңы ҡорамалдар ҡуйыла, стеналар  һәм ҡоймалар буяла. Бер учреждениеһың фойеһы төҙөкләндерелә. Ремонтҡа республика бюджетынан 700 мең һум аҡса бүленгән.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика