Республика күләмендә беренсе космонавт Юрий Гагарин исемендәге кубок өсөн олимпиада бишенсе йыл рәттән үткәрелә

Республика күләмендә беренсе космонавт Юрий Гагарин исемендәге кубок өсөн олимпиада бишенсе йыл рәттән үткәрелә 11.05.2016

Ун ике йүнәлештә ойошторолған олимпиадала быйылғы уҡыу йылында йөҙ меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашҡан. Йәш быуынды техник фәндәргә ылыҡтырыусы мәғариф белгестәренең тырышлығы Юрий Гагарин миҙалы һәм Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың рәхмәт хаттары менән баһаланды.

Был олимпиада йыһанға бәйле фәндәргә  әүәҫ уҡыусыларҙы асыҡларға, техник һөнәрҙәрҙе популярлаштырырға ярҙам итә. Мәләүез  районы мәктәптәре уҡыусылары ла Гагарин исемендәге кубок олимпиадаһында әүҙем ҡатнаша. Сара сиктәрендә Рәсәйҙең  герой космонавтары менән осрашып аралашыу  һәр үҫмер күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра.
Башҡортостандың һәр район-ҡалаһында йәш быуынды техник фәндәргә ылыҡтырыуға ҙур иғтибар бүленә. Беренсе космонавт Юрий Гагарин кубогына олимпиада әлеге ваҡытта Башҡортостан ерлегендә  киң танылыу яулай бара.
Рәсәй Геройы, космонавт Сергей Ревин йәш быуынды техник фәндәргә ылыҡтырыусы мәғариф белгестәренә Юрий Гагарин миҙалын тапшырҙы. Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай һәм Аэрокосмонавтика   үҙәгенең берлектәге был проекты Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең техник киләсәге өсөн ҙур табыш. Республиканың мәғариф  өлкәһе менән  бер-нисә йыл рәттән  тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүсе  космонавт Башҡортостандың тырыш уҡыусыларын башҡорт телендә тәбрикләне.
Гагарин кубогына олимпадаға һөҙөмтәләр яһалған. Еңеүсе уҡыусыларҙы  тәбрикләү кесе йома республика Рус драма театры бинаһында үтәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика