Рөстәм Хәмитов бөгөн мәғариф системаһын яңы уҡыу йылына әҙерлек мәсьәләһенә арналған бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә ҡатнашты 27.08.2014

Видеоселектор аша фекер алышыу ил хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев рәйеслегендә үтте. 1 сентябрҙә илебеҙҙә 43 меңдән ашыу  мәктәптә яңы уҡыу йылы башлана. миллион ярымдан ашыу бала беренсе синыфҡа бара, парта артына иһә 14 миллион уҡыусы ултырасаҡ. Кәңәшмәлә һуңғы йылдарҙа илебеҙҙә авария хәлендәге белем усаҡтары һаны кәмеүе билдәләнде. Яңы мәктәптәр төҙөлөү менән бер рәттән ҡайһы бер төбәктәрҙә уларға ҡытлыҡ та һиҙелә. Әлбиттә был мәсьәлә балалар баҡсалары кеүек киҫкен тормай, шулай ҙа бер нисә йылдан уны хәл итеү өсөн байтаҡ көс талап ителәсәк тип билдәләне  Рәсәй хөкүмәте премьер-министры Дмитрий Медведев.

Кәңәшмәлә бынан тыш барлыҡ мәктәптәрҙе лә видеокүҙәтеү ҡоролмалары менән йыһазландырыуға айырым иғтибар бүлеү кәрәклеге лә билдәләнде. Балаларҙың именлеге мәғариф системаһының өҫтөнлөклө йүнәлеше булырға тейеш тигән фекер яңғыраны видеоселекторҙа.  Башҡортостандың дөйөм белем биреү системаһы илдә 4 урынды биләй. Барлығы 3 мең ярым мәктәп эшләп килә, уларҙа 882 мең бала белем ала, 40 мең педагог эш урыны тапҡан.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика