«Рәсәй - минең тарихым» 02.06.2017

Яҡын көндәрҙә Өфөлә 3Д-инсталляциялар менән ил тарихының интерактив музейы асыла. Мәскәүҙә старт алған проектты тәүге булып Башҡортостан ҡабул итә. Күргәҙмәнең әһәмиәтен белгестәр юғары баһалай. Сөнки бөгөн йәштәрҙең күбеһе үҙ иленең данлы үткәне тураһында белеп еткермәй. Бер үк ваҡытта Өфөләге күргәҙмәлә Рәсәй менән Башҡортостан тарихының тығыҙ үрелеп барыуына өҫтөнлөк биреләсәк.

Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын быйыл дүрт тиҫтәләп студент тамамлай. Көндөҙгө бүлектә белем алыусы студенттар өсөн яҙҙың һуңғы көндәре айырыуса ҡыҙыу осор. Сөнки улар дәүләт имтихан комиссияһы  алдында үҙҙәренең диплом эше менән сығыш яһай. Әлбиттә, был йәштәрҙең барыһы ла Рәсәйҙең генә түгел, донъя тарихын да яҡшы белә. Киләсәктә улар алған белемдәрен үҫеп килгән быуындарға еткерергә ниәтләй.  
Өфөлә йәшәүселәрҙең тарих буйынса белемен һынап ҡарау маҡсатында бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек. Әлбиттә, күптәр   ябай һорауҙарға еңел генә яуап ҡайтарҙы. Әммә ҡайһы берәүҙәрҙе беҙҙең һорауҙар уңайһыҙ хәлгә ҡалдырҙы.
Халыҡтың тарихҡа булған һөйөүен арттырыу маҡсатында Рәсәй көнө уңайынан Өфөлә интерактив музей эшләй башлаясаҡ.   Экспозиция 7 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда урынлашҡан 500 берәмек мультимедиалы техниканы үҙ эсенә ала. Заманса технологиялар илдең мең йылдан ашыуыраҡ тарихын панорамалы күрһәтәсәк.
Өфөләге күргәҙмәнең төп үҙенсәлеге - Рәсәй менән Башҡортостан тарихының тығыҙ үрелеп барыуы тураһында һөйләү. Паркта башҡорт халҡының күп быуатлыҡ тарихын бәйән иткән видеопроекция коллаждары, Өфө кремленең яңы 3D реконструкцияһы, төйәктең тәбиғи байлыҡтарын күрһәткән  мультимедиалы китап буласаҡ. Айырыуса башҡорт батырҙарының ҡаһарманлығына иғтибар бүленәсәк.
Ойоштороусылар күргәҙмәне «тере» Рәсәй тарихы дәреслеге тип тә атаған. Экспозицияларҙың материалдарын Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы тәҡдим иткән. Күргәҙмә Рәсәй көнө алдынан ВДНХ-Экспо павильондарының береһендә асыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика