Рәсәй мәғарифын үҙгәртеп ҡороу барышында иҡтисади яҡтан үҙҙәрен аҡламаған һәм һөҙөмтәһеҙ эшләгән юғары уҡыу йорттары һәм уларҙың филиалдарына ябылыу хәүефе янай 21.04.2016

25 йыл эш дәүерендә Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына юғары уҡыу йорто исемен элегерәк биш, хәҙер йыл һайын иҫбат итергә тура килә. Күптән түгел республика башлығы менән үткән тура бәйләнештә Сибай филиалынын яҙмышы төп һорауҙар иҫәбенә инде.

Һорауҙы республиканын көньяғында йәшәүсе ата әсәләр йүнәлтте. Артабан беҙ балаларыбыҙҙы Сибайҙа  ғына укыта алабыҙмы, башҡалаға ебәрергә мөмкинлек юк. Ысынлап та тистә йылдар эсендә тыуған йорттан алыска китмәйенсә генә белем алып, ошо ерлектә эшкә ҡалыусылар һаны бөгөн бер нисә менгә етте. Белгестәр араһында йәмғиткә кәрәкле традицион һөнәр эйәләре лә, фермерҙар ҙа, эшҡыуарҙар ҙа, таусылар ҙа, хатта ябай эшселәр ҙә бар.
Диплом ғына түгел, үҙегеҙҙе тормоштон бөтә өлкәһенә әҙерләгеҙ, өстәмә һөнәр алығыҙ тигән фекер әлә лә үҙ актуаллеген юғалтмай. Бөгөн төп һөнәренән тыш, йорт офистар өсөн йыһаздар етештергән, ҡул эштәрен үҙләштергән, теккән, бескән  һәм өстәүенә сит телдәрҙе лә ныҡлап өйрәнгән, төрлө конкурстарҙа енеүҙәр яулаған студенттар бында ла етерлек.
Бер нисә йыл эсендә Сибай институтына ситтә белем алған 100 студент кайтҡан. Тимәк өй өстөндә белем алыу иҡтисади яҡтан отошло. Унын ҡарауы студенттар Сибайҙа белем алһа ла, практиканы Дәүләт Думаһында  үтергә, Америка, Германияғы стажировкаға барырға, Сингапур, Ҡытайҙағы конкурстарҙа ҡатнашырға мөмкинлеге бар. Хәйер, бөгөн бөтә донья интернет селтәрендә аралашыу ҙа кешене бер ҡалала сикләмәй.
2018 йылға илдә 500-гә яҡын юғары укыу йорто, 250 ләп филиал ҡалдырыла. Шулар араһында Сибай институты ла үҙ урынына дәғүә итә. Республиканын көньяғында берҙән бер юғары укыу йорто булараҡ уны һаҡлап ҡалыу ысынлап та бөгөн дәүләт кимәлендә күтәрә торған һорауҙарға әйләнде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика